Факультеттың тарихы

Ҡыҫҡаса тарихи мәғлүмәт
 
Иҡтисад факультеты Башҡорт дәүләт университетының йәш факультеттары иҫәбендә. Ул 1988 йылда университеттың география факультетының бер бүлеге булараҡ ойошторола. Быға илдә һәм республикала барлыҡҡа килгән объектив тәүшарттар сәбәпсе була. Реаль ысынбарлыҡ халыҡ хужалығының бар тармаҡтарында ла производство һәм хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеүҙең тейешле иҡтисади нигеҙҙәрен билдәләү кәрәклеген күрһәтте һәм талап итте. Шул сәбәпле үткән быуаттың 70-се йылдарынан башлап халыҡ хужалығының бар тармаҡтарында ла экономистарға ихтыяж тыуҙы. Тап ошо осорҙа сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш предприятиеларында, министерство һәм ведомстволарҙа штат расписаниеһына “баш экономист” вазифаһы индерелә. Шуның менән бер үк ваҡытта экономист-белгестәргә лә ихтыяж арта. Ошо сәбәптәрҙе иҫәпкә алып Башҡортостандың һәм илебеҙҙең юғары уҡыу йорттарында иҡтисад факультеттары һәм специальностары асыла башлай. Өфө авиация, нефть һәм Башҡорт ауыл хужалығы институттары кеүек республикабыҙҙың алдынғы дәүләт белем биреү йорттарында иҡтисад факультеттары асылды, булғандары киңәйтелде. Был факультеттар конкрет экономика буйынса белгестәр әҙерләне. Реаль ысынбарлыҡ халыҡ хужалығына экономистар ғына түгел, ә иҡтисад үҫешенең дөйөм законлыҡтарын, йәмғиәт үҫешенең социаль-иҡтисади факторҙарын, халыҡ-ара бәйләнештәрҙе белгән киң профилле экономистарҙың кәрәклеген күрһәтте. Ошо сәбәпле республиканың вуздарының береһендә белгестәр әҙерләү ихтыяжы тыуҙы. Кадрҙар потенциалы һәм билдәле шарттары булған классик университет- Башҡорт дәүләт университеты һайлап алына. Экономистар әҙерләү эшен башлау өсөн география факультетының экономика-география йүнәлешен файҙаланырға ҡарар ителә. География факультеты “экономика-география” факультеты тип йөрөтөлә башлай.
 
Башҡорт дәүләт университетында экономка факультетын асыу кәрәклеген нигеҙләүҙә һәм ойоштороуҙа доцент А.Х.Мәхмүтов етәкләгән “Политик экономия” кафедраһы ҙур өлөш индерҙе. Был осорҙа кафедрала иҡтисад фәндәре кандидаттары, доценттар Ғәлиева Ф.М., Гоц С.Ф., Даукаев М.Р., Миркин М.Е., Россинский М.Б., Чувашаев А.В., Якупов Г.И. эшләй. Иҡтисад факультетын асыуға әҙерлек барышында дөйөм гуманитар һәм социаль-иҡтисади, шулай уҡ дөйөм математика һәм тәбиғәт фәндәрен уҡытыу өсөн математика һәм тарих факультеты, сит телдәр, философия кафедралары уҡытыусыларын да йәлеп итеү иғтибарға алына. География факультетында  вуз эшендә ҙур стажлы Ш.В.Шихман, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, республиканың Дәүләт планында эшләү тәжрибәһе булған Т.Х.Күзбәков, МДУ-ны тамамлаусы, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент В.А.Лобанова, техник фәндәр кандидаты, доцент Г.Л.Фадеева, география һәм экономика йүнәлеше сиктәрендә уңышлы эшләүсе фән кандидаттары, доценттар М.Ф.Хисмәтов, М.Х.Вәлиев, Г.А.Ғафаров кеүек экономистар әҙерләүҙә кәрәкле белгестәрҙең эшләүе лә иҫәпкә алына.
 
Булған мөмкинселектәрҙе иҫәпкә алып Башҡорт дәүләт университеты ректораты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте етәкселеге менән килешеп Рәсәй Федерацияһының Юғары уҡыу йорттары министерствоһына хужалыҡ ойошмаларында макро кимәлдә эшләргә һәләтле юғары белемле экономистарҙы әҙерләү кәрәклеге тураһындағы тәҡдим менән мөрәжәғәт итә.
 
Тәҡдим ҡабул ителә һәм Рәсәй Федерацияһының Юғары уҡыу йорттары министерствоһы Башҡорт дәүләт университетына “Экономик һәм социаль планлаштырыу”, “Хеҙмәт экономикаһы һәм социологияһы” йүнәлештәрендә экономистарҙы әҙерләүгә рөхсәт бирә. Был бүлектәргә йыл һайын  25 кеше ҡабул ителә.
 
Иҡтисад факультетының ойошторолоуы һәм формалашыуы илдә экономик реформа алдынан башланһа, юғары уҡыу йортының үҙ аллы структураһы булараҡ уның артабанғы үҫеше Рәсәй Федерацияһында баҙар системаһына күсеү осорона тура килә.  Был турала ойошторолған кафедраларҙың исеме, шулай уҡ специальностарҙың уҡыу пландарының яңыртылыуы һәм уларҙың йөкмәткеһе асыҡ һөйләй.
 
1992 йылда иҡтисад факультеты үҙ аллы факультет булып эшләй башлай. Хәҙерге көндә “Экономика теорияһы”, “Милли экономика”, “Финанстар һәм кредит”, “Эшҡыуарлыҡтың хеҙмәт социологияһы һәм экономикаһы” , “Ойошма менеджменты” йүнәлештәре буйынса белгестәр әҙерләй. Башҡорт дәүләт университетында ул студенттар һаны буйынса икенсе урында тора.
 
Белгестәр әҙерләү менән факультеттың 6 кафедраһы – “Дөйөм экономик теория”, “Милли экономика”, “Региональ экономика”, “Эшҡыуарлыҡтың хеҙмәт социологияһы һәм экономикаһы”, “Экономиканы прогнозлауҙа математика методтары” кафедралары шөғөлләнә.