Факультеттың тарихы

1957 йылдың июлендә Педагогия институты базаһында Башҡорт дәүләт университеты асыла. Элекке педагогия институтының география факультеты химия-география факультеты итеп үҙгәртелә, уның беренсе деканы география фәндәре кандидаты, доцент Зәки Зәки улы Вәлиев була.
Химия факультетының формалашыуы педагогия институтының химия кафедраһын асыуҙан башлана, уның мөдире итеп Башҡортостандың иң оло химигы доцент Исмәғил Хазиәхмәт улы Ишмөхәмәтов тәғәйенләнә. Университет асылыуға кафедрала А.А.Маракаев, Уразмәтова Н.В., 3.М.Мәкәримова, С.Ф.Зөлҡәрнәева, Е.П.Субботина, Е.Г.Кривоногова, А.Н.Миңлебаева һәм М.А.Боткин эшләй.
 
Химия факультеты Башҡортостан Республикаһында сәнәғәтте үҫтереү өсөн ҡеүәтле етештереү көсө булған химия фәне ҡаҙаныштарын тормошҡа ашырыу йылдарында асыла. Йылдам үҫешкән нефть химияһы сәнәғәтенә өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләү өсөн юғары квалификациялы уҡытыусылар кәрәк була. Университетҡа илдең төрлө ғилми үҙәктәренән (Мәскәү, Ҡазан, Һарытау, Ростов, Пермь, Латвия университеттары, СССР-ҙың Фәндәр академияһы һ.б.) доценттар Б.В.Айвазов, М.Н.Нурғәлиева, Ю.В.Светкин, С.М.Пет­ров, профессорҙар К.С.Минскер, Е.Ф.Журавлев, Е.Т.Денисов, яңы ғына аспирантураны тамамлаған Е.С.Кручкова, Н.А.Аҡманова, А.Л.Андреева, О.Д.Акимова, Л.Б.Резник, Л.Д.Соколова, Д.В.Казаченко, В.С.Мартемьянов, А.Я.Герчиков, В.П.Малинская, А.Г.Ғиниәтуллина, И.Ф.Журенко, Л.М.Лапкин, А.А.Панасенко саҡырыла. 1965 йылдан алып кафедраның уҡытыусылар составы БДУ-ның химия факультеты аспирантураһын тамамлаусылар менән тулыландырыла башлай. Хәҙерге ваҡытта уҡытыусыларҙың күпселеген улар тәшкил итә.
 
Факультеттың әлеге кафедраларының формалашыуын тарихи аспектта ҡараһаң, уларҙың ойошторолоуы 1960-1969 йылдарға тура килә. Унан һуң нигеҙҙә ошо кафедралар үҙгәртелгән йәиһә яңылары барлыҡҡа килгән.
 
Химия кафедраһы базаһында 1960 йылда физик һәм аналитик химия кафедраһы (мөдире доцент Б.В.Айвазов), органик булмаған һәм органик химия кафедраһы (мөдире доцент Ю.В.Светкин) асыла.
 
Был осорҙа химия факультеты ойоштороу, кафедраларҙың матди-техник базаларын булдырыу эштәре бара, ғилми йүнәлештәр формалаша, педагогик традициялар барлыҡҡа килә.
 
1963 йылдың 13 февралендә химия факультеты үҙ аллы статус ала. Факультеттың беренсе деканы С.М.Петров – энциклопедик белемле физикохимик, студенттарҙың белем кимәленә талапсан ҡарашлы педагог була. С.М.Петров был вазифала 1968 йылға тиклем эшләй.
 
Декан булып шулай уҡ профессор Ю.В.Светкин (1968-1970 йй.), доцент Л.Б.Резник (1970-1975 йй.), доцент М.Н.Нурғәлиева (1975-1979 йй.), профессор Ф.Х.Ҡудашева (1979-1987 йй.), профессор М.И.Абдуллин (1987-1989 йй.), профессор В.Н.Майстренко (1990-1993 йй.), профессор Ю.А.Прочухан (1994-2002 йй.), профессор А.Я.Герчиков (2002-2010 йй.) эшләй. Хәҙерге көндә факультеттың деканы – Р.М. Әхмәтханов.