Инженерия факультетының тарихы

Декан: химия фәндәре докторы, профессор Абдуллин Марат Ибраһим улы
 
Башкорт дәүләт университетының инженерия факультеты 1994 йылда ойошторола. Бөгөнгө көндә факультетта көндөҙгө һәм ситтән тороп укыу бүлектәрендә яҡынса 800 студент белем ала. Уҡытыу инженерия һәм башка университет факультет укытыусылары тарафынан алып барыла. Дөйөм алғанда, инженерия факультеты кафедраларында штатҡа индерелгән 40 укытыусы, улар араһында 9 фән докторы һәм 28 фән кандидаты эшләй. Бынан тыш, факультетта байҡау лекциялар менән Башкортостан, Рәсәй, Европа һәм Американың күренекле ғалимдары сығыш яһай.
 
Фундаменталь һәм технологик фәндәрҙе берләштереп укытыу инженерия факультетының белгестәр әҙерләүҙә төп үҙенсәлеге тәшкил итә. Бындай күренеш бөтә донъя технологик фәндәренең роле үҫеү тенденденцияһына, һәм айырыуса «хай-тек» (юғары технологиялар) тармағы үҫешенә, яңы материалдарҙы уйлап табыу һәм кулланыуға ярашлы алып барыла.
 
Факультеттың биш этажлы үҙ бинаһы бар. Лабораториялары заманға ярашлы йыһазландырылған, заманса үтә яңы приборҙар менән тәьмин ителгән. Интернет селтәренә сығыу мөмкинлеге менән махсус компьютер класы эшләй. Студенттар БДУ-ның баш китапханаһында һәм үҙ факультетында ла шөғөлләнә ала. Инженерия факультеты Рәсәй фәндәр академияһының Органик химия Институты, Нефтехимия һәм катализ институты, Башкортостан, Рәсәй федерацияһы сәнәғәт предприятиялары менән бергә актив ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Студенттар ОАО «УЗЭМИК», «Каустик», «Каучук», «Салаватнефтеоргсинтез», «Полиэф» һәм башка химия, нефтехимия, ТЭК, машина һәм приборҙар эшләү, хатта аҙык эшкәртеү предприятиеһы һәм ойошмаларында практика үтә һәм тәжрибә туплай. Факультеттың сығарылыш студенттары Башкортостанда һәм күрше өлкәләрҙәге дәүләт учреждениеларында, предприятияларында, Мәскәү, Подмосковьела уңышлы эшләйҙәр.