Факультеттың тарихы

Башҡортостанда юғары филологик белем биреү системаһы ХХ быуат башында формалаша башлай. 1909 йылдың 4 октябрендә Өфөлә Уҡытыусылар институты асыла. 
 
1919 йылдың 17 июлендә РСФСР Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарары менән Өфө Уҡытыусылар институты Халыҡ мәғарифы институты (ИНО) итеп үҙгәртелә. 1920 йылда институттың яңы статус нигеҙендә эшмәкәрлеге башлана һәм уға күренекле ғалим К.А.Тимирязев исеме бирелә.
 
192 йылдың 9 мартында РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының ҡарары менән Өфө халыҡ мәғарифы институты нигеҙендә Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола.
 
1957 йылда педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә, унда филология факультеты асыла. 1990 йылдың майында башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты университеттың айырым структур подразделениеһына әйләндерелә. Тарих-филология факультетында үҙ ваҡытында Зайцев Яков Васильевич, Киссельгоф Иосиф Сергеевич, Сираев Зариф Исламович декан вазифаһын башҡарһалар, ә филология факультетында Гутман Давид Семенович, Зәйнуллин Марат Вәли улы, Прокшин Валериан Георгиевич, Карабанов Радий Алексеевич, Зәйнуллин Марат Вәли улы етәкселек итә.
 
Яңы ойошторолған башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы итеп Зәйнуллин Марат Вәли улы тәғәйенләнә. 1991-2000 йылдарҙа факультет менән Ҡунафин Ғиниәт Сәфиулла улы етәкселек итә. 2000 йылдан алып 2010 йылға тиклем факультет деканы вазифаһын Зәйнуллин Марат Вәли улы башҡара. 2010 йылдың декабренән факультеты деканы булып Айгөл Рәйес ҡыҙы Мөхтәруллина эшләй.
 
Хәҙерге ваҡытта факультетта Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәрендәге юғары уҡыу йорттары, колледж, урта махсус белем биреү мәктәптәре өсөн һигеҙ специальность буйынса белгестәр әҙерләнә: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм инглиз теле», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм немец теле», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм ғәрәп теле», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм төрөк теле», «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм фарсы теле», «Журналистика».
 
Кафедраларҙың ғилми һәм уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегенең бай тәжрибәһе нигеҙендә факультетта ысын мәғәнәһендә башҡорт һәм рус филологияһы ғилми мәктәптәре формалашты. Был мәктәптең формалашыуына СССР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, РСФСР педагогика академияһы академигы, башҡорт теленең тәүге фәнни грамматикаһы авторы Н.К.Дмитриев, арҙаҡлы башҡорт ғалимы, Урал-Алтай тел ғилеменең күренекле вәкиле, профессор Ж.Ғ.Кейекбаев, күренекле башҡорт фольклорсыһы Ә.Н.Кирәев һәм әҙәбиәтсе Ә.И.Харисовтар ҙур өлөш индерҙеләр. Факультетта оҙаҡ йылдар Н.Х.Ишбулатов, Ғ.Ғ.Сәйетбатталов, Р.Н. Байымов кеүек профессорҙар эшләне. Хәҙер уларҙың уҡыусылары – Башҡортостан Фәндәр академияһының академигы М.В.Зәйнуллин, профессорҙар М.Х.Әхтәмов, Э.Ф.Ишбирҙин, Т.Ә.Килмөхәмәтов, Т.Ә.Килдебәкова, Б.Ғ.Әхмәтшин, Ғ.С.Ҡунафин һәм башҡа күп ғалимдар Башҡортостан фәне, башҡорт филологияһы һәм мәғарифы өлкәһендә арымай-талмай хеҙмәт итәләр.
 
Филология фәненең актуаль проблемалары буйынса ентекле тикшеренеү алып барыу коллективҡа милли ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләү мәсьәләһен яңыса хәл итергә мөмкинлек бирә. Факультетта Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының телдәре һәм әҙәбиәттәре буйынса аспирантура һәм докторантура, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ   диссертациялары яҡлау буйынса совет эшләп килә. Был советта Урал-Волга буйы республикалары менән өлкәләренән генә түгел, Рәсәйҙең башҡа региондары — Татарстан, Ҡырғыҙстан, Хакасия, Бүрәт, Яҡут-Саха республикалары, Ҡабарҙы-Балҡар, Дағстан, Таулы Алтай һәм башҡа төбәктәрҙән килгән дәғүәселәрҙең кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары тикшерелә һәм яҡлана. Факультетта даими рәүештә тюркология, башҡорт һәм рус филологияһы, журналистика мәсьәләләренә арналған республика, региональ һәм халыҡ-ара фәнни һәм фәнни-ғәмәли конференциялар, симпозиумдар, шулай уҡ халыҡ-ара традицион Вәлиди уҡыуҙары үткәрелә. Быларҙың бөтәһе лә факультеттың тюркология һәм филология йүнәлештәренең төрлө өлкәләрендә актив ғилми һәм фәнни-методик эҙләнеүҙәр алып барыуы тураһында һөйләй.
 
Факультетта мәктәп уҡыусылары менән дә актив эш алып барыла. Йыл һайын башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадалары үткәрелә. Факультеттың уҡытыусылары Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институтында лекциялар уҡый, уҡытыусыларҙың август конференцияларында, йыл һайын үткәрелгән «Йыл уҡытыусыһы» конкурстарында ҡатнаша. Факультет тарафынан Башҡортостандың райондарында фән көндәре ойошторола, уҡыусылар менән профориентацион эш алып барыла.
 
Факультет алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ бәйләнеш тота. Беҙҙең уҡытыусылар һәм тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған студенттар Үзбәкстан, Төркиә, Египет, Германия һәм башҡа илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында стажировка үтә, шулай уҡ факультеттың төрлө курстарында сит илдән саҡырылған белгестәр дәрестәр үткәрә.
 
Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының абруйы йылдан-йыл үҫә, бында уҡырға инергә теләүселәр һаны артҡандан-арта бара. Абитуриенттар Рәсәйҙең Ырымбур, Силәбе, Һамар, Пермь, Курган, Төмән, Һарытау өлкәләренән, шулай уҡ башҡа республикаларҙан килә.
 
Элекке филология факультетының башҡорт-рус бүлеген, хәҙерге башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетының бүлектәрен бик күп туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары, шулай уҡ күренекле шағирҙар һәм яҙыусылар, телсе-ғалимдар, башҡорт филологияһы буйынса фән докторҙары һәм кандидаттары, журналистар, матбуғат, радио, телевидение хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт, сәнғәт һәм дәүләт эшмәкәрҙәре тамамлаған.
 
Беҙҙең факультетты тамамлаған яҙыусылар һәм әҙәбиәт белгестәре араһында Республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ булған әҙиптәр бик күп: Мостай Кәрим, Һәҙиә Дәүләтшина, Назар Нәжми, Фәрит Иҫәнғолов, Ким Әхмәтйәнов, Рәшит Солтангәрәев, Ғайса Хөсәйенов, Хәким Ғиләжев, Ғилемдар Рамазанов, Әхнәф Харисов, Нур Зарипов, Мөхтәр Сәғитов, Әхмәт Сөләймәнов, Рауил Бикбаев, Булат Рафиҡов, Абдулхаҡ Игебаев, Ноғман Мусин, Фаҡиһа Туғыҙбаева, Ҡәҙим Аралбаев, Роберт Байымов, Тимер Йосопов, Дәүләткирәй Мәһәҙиев һ.б.
 
Факультетты төрлө йылдарҙа күренекле яҙыусылар һәм шағирҙар тамамлаған: Вәзих Исхаков, Агиш Ғирфанов, Мәхмүт Һибәт, Мөслим Әбсәләмов, Рәмил Йәнбәк, Йыһат Солтанов, Самат Ғәбиҙуллин, Барый Ноғоманов, Миәссәр Басыров, Шакир Биҡҡолов, Аҫылғужа Баһуманов, Ғәлим Хисамов, Сабир Шәрипов, Ихсан Әхтәмйәнов, Ринат Камал, Риф Тойғонов, Мөнир Ишбулатов һ.б.
 
Беҙҙең факультетты тамамлаған Жан Лоҡман, Әнүр Вахитов, Марат Минһажетдинов, Ғиниәт Ҡунафин, Берйән Байымов, Әхәт Вилданов, Зәйтүнә Шәрипова, Мөхтәр Сәғитов, Вафа Әхмәҙиев, Рәшит Шәкүр, Миңлеғәле Нәҙерғолов, Мирас Иҙелбаев, Гөлфирә Гәрәева, Ғәҙилә Бүләкова, Илдус Бүләковтарҙың һ.б. хеҙмәттәре шулай уҡ фән һәм әҙәбиәт донъяһында киң билдәле.
 
Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: төрлө йылдарҙа беҙҙең факультетты бик күп күренекле яҙыусылар, шағирәләр тамамлаған: Кәтибә Кинйәбулатова, Фәниә Чанышева, Факиһа Туғыҙбаева (Салауат Юлаев премияһы лауреаты), Гөлфиә Юнысова, Мәрйәм Бураҡаева, Йомабикә Ильясова, Таңһылыу Ҡарамышева, Таңсулпан Ғарипова, Лира Яҡшыбаева, Гүзәл Ғәлиева, Гөлнур Яҡупова, Динә Талхина, Тәнзилә Дәүләтбирҙина (Ш.Бабич премияһы лауреаты), Тамара Искәндәрова, Зөһрә Ҡотлогилдина, Фәрзәнә Аҡбулатова, йәш шағирәләр Зөлфиә Ханнанова, Айһылыу Йәғәфәрова, Гөлназ Ҡотоева, Лариса Абдуллина, Айһылыу Ғарифуллина һ.б.
 
Факультетты тамамлаусылар араһында күренекле һәм талантлы журналистар ҙа аҙ түгел: Марсель Ҡотлоғәлләмов, Тәлғәт Сәғитов, Мөхтәр Тимербулатов, Файыҡ Мөхәмәтйәнов, Сәлимйән Бәҙретдинов, Иғдислам Мырҙабаев, Камил Яйыҡбаев, Шәйхислам Айсыуаҡов, Маһиҙа Игебаева, Ғата Имаев, Луиза Фархшатова, Ғәлиә Ғәлимова, Мәхмүт Хужин, Миңниса Баһуманова, Рухия Насипова, Фәрит Рәмов, Светлана Атнағолова, Сәрүәр Сурина, Мәликә Әминева, Зөһрә Алтынбаева, Зыя Шәйхетдинов, Ләлә Бейешева, Факил Мырҙаҡаев, Рәшиҙә Мәһәҙиева, Батыр Наҙарғолов, Фәүзиә Латипова, Рәшит Кәлимуллин, Гөлсимә Ризуанова, Динә Арыҫланова, Фәрзәнә Аҡбулатова, Флүрә Солтанова, Гәүһәр Батталова, Әхәт Мортазин, Тәнзилә Үлмәҫбаева һ.б.
 
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең факультетты тамамлаған ҙур бер төркөм журналистар матбуғатта һәм киң информация сараларында уңышлы эшләй: Ғәлим Яҡупов, Радик Байназаров, Азат Ғиззәтуллин, Венера Ситдиҡова, Фәнүр Йәғәфәров, Алик Аллаяров, Рәлис Ураҙғолов (Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты), Ғималетдин Яруллин, Сәлмән Ярмуллин (Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты), Артур Дәүләтбәков, Мөнир Ҡунафин, Әлфинә Ҡарағужина, Гөлназ Ҡолһарина (Ш.Бабич исемендәге премия лауреаты), Нурия Амангилдина, Әлфиә Шәрипова, Зәйтүнә Ниғмәтйәнова, Луиза Сәйфетдинова, Айһылыу Низамова, Фәүзиә Мөхәмәтшина, Айгөл Әйүпова, Юлай Мәҡсутов, Сибәғәт Рахманғолов, Ильяс Такалов, Вәдүт Исхаков, Рәмзит Әбүләев, Зәки Мәүлетбаев һ.б.
 
Факультетты тамамлап сығыусылар араһында газета һәм журнал редакторҙары бик күп: Гөлфиә Юнысова 20 йыл «Башҡортостан ҡыҙы» журналының редакторы булып эшләне, Гөлфиә Янбаева — «Киске Өфө» газетаһы, Сәлмән Ярмуллин — «Йәшлек» газетаһы, Факиһа Туғыҙбаева — «Аҡбуҙат» журналы, Артур Дәүләтбәков — «Аманат» журналы, Мирсәйет Юнысов — «Йәншишмә» газетаһы, Йомабикә Ильясова — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, Иршат Теләүембәтов — «Шоңҡар» журналы, Әбйәлил районының «Осҡон» газетаһы редакторы Самат Фәйзуллин, Күгәрсен районының «Хеҙмәткә дан» газетаһы редакторы Вәли Байморатов, Учалы районының «Урал» газетаһы редакторы Сатура Минһажетдинова, Ишембай районының «Торатау» газетаһы редакторы Миңлехаят Йосопова, Архангель районының «Инйәр» газетаһы редакторы Айрат Сирбаев һ.б.
 
Башҡортостандың театр һәм музыка сәнғәте эшмәкәрҙәре Азат Айытҡолов, Фәрит Бикбулатов, Риф Ғәбитов, Илһөйәр Ғизетдинова, Фәрит Шәйхетдинов, Резеда Әминева, Ришат Рәхимов, Әҙһәм Исҡужин күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Мансур Әйүпов, Рәшиҙә Солтанова, Тәлғәт Сәғитов, Миҙхәт Мәмбәтов, Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов, Нурислам Мырҙабаев, Фәйзулла Шәйхисламов, Фәрит Ғәбитов, Ғәлим Хисамов, Фәнил Ҡоҙаҡаев, Рәмис Дәүләтбаев, Риф Зарипов, Фәрит Усманов, Мөрит Салихов, Әнсәр Нуретдинов, Абдрахман Йосопов һ.б. филология факультетының башҡорт бүлеген тамамлағандар.
 
Ҡыҫҡаһы, киләсәктә факультет Башҡорт дәүләт университеты составында Милли институт асыу өсөн нигеҙ булыр тигән ышаныс менән йәшәй. Шулай итеп, БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты республикала гуманитар фәндәрҙең төрлө йүнәлештәре буйынса юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү буйынса төп база булып тора.