Иҡтисад факультеты тураһындаДекан – иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор Ахунов Рустем Ринатович
Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты 1988 йылда география факультеты бүлеге булараҡ ойошторола. 1992 йылда 160100 «Экономик теория», 060200 «Экономика һәм хеҙмәт социологияһы» специальностары буйынса экономистар әҙерләүсе үҙ аллы факультетҡа әйләндерелә. Хәҙерге көндә факультетта уҡытыу «Экономик теория» 060100, «Финанстар һәм кредит» 060400, «Милли экономика» 060700, «Ойошма менеджменты» 061100, «Хеҙмәт иҡтисады» 060200, «Иҡтисадты прогнозлауҙа математика методтары» 061800 специальностары буйынса алып барыла.
060500 «Бухгалтер иҫәбе, анализ һәм аудит», 351000 «Кризисҡа ҡаршы идара итеү», 351200 «Һалымдар һәм һалым һалыу» специальностары буйынса уҡытыуға лицензия бар.
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә иҡтисад факультеты БДУ-ның ҙур факультеттарының береһенә әүерелде. Студенттар һаны (1600 студенттан ашыу) буйынса ул 2 урында тора.
Иҡтисад факультетының төп маҡсаты булып дәүләт идаралығы органдарында, дәүләт предприятиеларында, банктарҙа, консультация фирмаларында, финанс компанияларында, вуздарҙа, фәнни-етештереү берекмәләрендә, ғилми, конструктор, проектлау ойошмаларында эшләү өсөн юғары квалификацияға эйә булған киң профилле экономистарҙы әҙерләү тора.
Факультетта аудитор ваҡытты һөҙөмтәле файҙаланыу, уҡыу процесын интенсификациялау, белгестәрҙе сифатлы әҙерләү маҡсатында традицион формалар менән бер рәттән башҡа мөмкинселектәр ҙә ҡулланыла:
Иҡтисад факультеты студенттары тарафынан Рәсәй вуздарында информацион технологиялар менән ярҙам итеү һәм уларҙы индереү Программаһын тормошҡа ашырыу планында Х. Никсдорфа немец фонды инициативаһы менән ойошторолған «Дельта» эшлекле уйыны үҙләштерелгән.
Факультет алдында студенттарҙы төрлө мәғлүмәти системаларҙа иркен эшләргә өйрәтеү һәм Интернет селтәрендә мөмкинселектәрҙе максмималь ҡулланырға ярҙам итеү маҡсаты ҡуйылған.
Факультетта 80 яҡын уҡытыусы һәм ғилми хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 9 фән докторы, профессор, 32 фән кандидаты, доцент, 2 БР ФА академигы, 1 РФ Социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, 1 РФ Гуманитар фәндәр академияһының академигы.
Факультетта уҡытыусы кадрҙарҙы әҙерләүгә айырым иғтибар бүленә. Аспирантура бар. Бөгөнгө көндә аспирантураның көндөҙгө бүлегендә 38, ситтән тороп уҡыу бүлегендә 11 кеше белем ала. Факультетта хөҙерге ваҡытта иҡтисад факультетын тамамлаған 16 кеше эшләй, уларҙың 6-һы иҡтисад фәндәре кандидаты.
Теоретик һәм ғәмәли әҙерлекте бергә алып барыу, уҡытыуҙа компьютер технологияларын актив ҡулланыу факультетты тамамлаусыларға Рәсәй Федерацияһының баҙар иҡтисадындағы радикаль үҙгәрештәргә уңышлы яраҡлашырға ярҙам итә.
Факультет тарафынан 3671 белгес, шул иҫәптән көндөҙгө бүлектә 2603 кеше әҙәрләнгән. Бөгөнгө көндә улар иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә уңышлы эшләй.
Специальностар һәм йүнәлештәр
|
|

