Философия һәм социология факультеты тураһында

Декан вазифаһын башҡарыусы:
философия фәндәре докторы, профессор Сәлихов Ғәфүр Ғөбәй улы
 
Уҡыу-уҡытыу эше:
 
Уҡыу процесы Мәғариф буйынса Федераль агентлыҡлыҡтың норматив документтары, Башҡорт дәүләт университеты Уставы, Университет Советы һәм   философия һәм социология факультеты Советы ҡарарына ярашлы рәүештә философия һәм социология факультеты деканаты менән ойошторола.
 
Факультетта уҡыу процесы һәр уҡытыу формаһы өсөн төрлө һөнәрҙәр буйынса уҡыу планы, календарь уҡыу графигы һәм дәрестәрҙең расписаниеһы менән билдәләнә.
 
Көндөҙгө бүлектә уҡыған студенттар өсөн уҡыу йылы 1 сентябрҙән башлана һәм һәр һөнәргә тәғәйенләнгән эш планы буйынса тамамлана. Дәрестәр БДУ-ның төп корпусының аудиторияларында үткәрелә, 8.30.- башлана һәм 20.30.- тамамлана.
 
Һәр төркөмдә факультет деканы тарафынан староста билдәләнә. Ул тырыш, актив, тәртипле, яҡшы уҡыған студенттар араһынан һайлана. Төркөм старостаһы факультет деканына бойһона һәм уның күрһәтмәләрен үтәй. Староста курс һәм төркөм менән эшләгән деканат методисы, декан урынбаҫарҙары менән берлектә эш итә. Староста күрһәтмәләре төркөм студенттары тарафынан мотлаҡ үтәлергә тейеш. Һәр төркөмдә студенттарҙың дәрескә йөрөү-йөрөмәүен, өлгәшеүен иҫәпкә алыу журналы алып барыла. Ул факультетта һаҡлана. Даими рәүештә уҡыу-уҡытыу эше буйынса декан урынбаҫары старосталар менән йыйылыштар үткәреп тора.
 
Йүнәлештәр һәм һөнәрҙәр
 
Философия һәм социология факультетында белгестәр 5 һөнәр буйынса әҙерләнә: “Философия”, “Социология”, “Ижтимағи эш”, “Политология”, “Йәмәғәтселек менән бәйләнеш”.
 
Һөнәрҙәр
 
Уҡытыу 5 йыл дауамында бара, белгес дипломы бирелә, “Философ. Философия уҡытыусыһы” квалификацияһы тапшырыла.
 
Студенттарҙы уҡытыу Рәсәй һәм Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән уҡыу программалары буйынса алып барыла. Дәүләт бюджеты һәм коммерция нигеҙендә уҡыу ҡаралған. Уҡыу ваҡыты- 5 йыл.
 
“Философия” һөнәре буйынса дәрестәрҙе юғары квалификациялы уҡытыусылар - философия фәндәре докторҙары һәм кандидаттары алып бара. Улар тарафынан түбәндәге махсус курстар уҡыла: Философия тарихы, Ижтимағи философия, Философия антропологияһы, Этика, Эстетика, Фәндең философияһы һәм методологияһы, Мәҙәниәт философияһы, Дин философияһы, Политология, Социология. 3 курс студенты был 2 специализацияның берәүһен һайлай ала:
  • онтология һәм танып-белеү теорияһы (тәғлимәте);
  • ижтимағи философия.
БДУ-ла “Онтология һәм танып-белеү теорияһы (тәғлимәте)”, “Ижтимағи философия” буйынса аспирантура һәм докторантура, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса совет эшләп килә.
 
“Онтология һәм танып-белеү теорияһы (тәғлимәте)” специализацияһы
 
“Онтология һәм танып-белеү теорияһы (тәғлимәте)” хәҙерге философияла фундаменталь бүлектәрҙең береһе һанала.
 
Онтология - ул йәшәйеш тураһындағы ғилем, танып-белеү тәғлимәте- ысынбарлыҡты өйрәнеүсе ғилем. “Философия” һөнәре буйынса уҡыған студенттар үҙҙәрен киләсәктә юғары квалификациялы философ ҡына түгел, белемен төрлө өлкәлә дөрөҫ ҡуллана белгән, ижадты конкрет һөнәри белем менән бәйләй алған төплө фекерле белгес итеп күрһәтә ала.
 
“Онтология һәм танып-белеү теорияһы (тәғлимәте)” һөнәре буйынса университеттың төрлө кафедра профессорҙары уҡыта. Уҡыу планы түбәндәге фәндәрҙе өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала: философия фәндәре, логика, латин, грек, ғәрәп һ.б. сит телдәр, математика, информатика, мәҙәниәт тарихы һәм тәғлимәте һ.б.
 
“Ижтимағи философия” cпециализацияһы
 
Ижтимағи философия йәмғиәтте төрлө юҫыҡта өйрәнеүсе фәндәр рәтенә инә. Предметы - йәмғиәт тормошона ҡағылышлы дөйөм характерлы һорауҙар.
  • Ижтимағи философия йәмғиәт тормошон байҡау ғына түгел, ә йәмғиәт институттарының һәм йәмғиәттең йәшәү мәғәнәһен асыҡларға ынтыла.
  • Ижтимағи философияның иң төп проблемаларының береһе- шәхес һәм йәмғиәт араһындағы мөнәсәбәт.
  • Ижтимағи философия йәмғиәт тормошоноң барлыҡҡа килеү сәбәптәрен, йәғни йәмғиәттең бөтөнлөгөн тәьмин иткән шарттарҙы өйрәнә.
  • Ижтимағи философия сфераһында йәмғиәт тормошоноң ғилми танып-белеү методологияһы тикшерелә, йәмғиәт фәндәре тәжрибәһе йомғаҡлана.
“Социология” һөнәре
 
Был һөнәр БДУ-ла сағыштырмаса йәш һанала. Киске бүлеккә беренсе ҡабул итеү 1991 йылда була, ә көндөҙгө бүлеккә- 1992 йылда.
 
Социологтар әҙерләү 2 кафедрала - ғәмәли һәм тармаҡлы социология           (кафедра мөдире- социология фәндәре докторы, профессор Борханова Ф.Б.) һәм социология тәғлимәте һәм тарихы ( кафедра мөдире- социология фәндәре докторы, профессор Шәйхисламов Р.Б.) кафедраларында башҡарыла. Уҡытыу бакалавр, 5 йыллыҡ юғары белем, магистр программалары, көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары, дәүләт бюджеты һәм коммерция нигеҙендә алып барыла.
 
3 специализация буйынса белгестәр әҙерләнә: дөйөм социология, иҡтисади социология, идара итеү социологияһы.
 
Уҡыу планы Мәскәү, Санкт-Петербург университеттары пландары нигеҙендә төҙөлгән. Программа фундаменталь һәм ғәмәли социаль әҙерлекте тәьмин итә, шулай уҡ дөйөм белем биреү һәм гуманитар фәндәрҙе үҙ эсенә ала. Сит телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Математика, информатика өлкәһендә социологтар әҙерләү камиллаша, студенттар компьютерҙа эшләү һәләттәрен үҫтерә, социологик тикшеренеүҙәрҙе эшкәртергә, анализларға, үҙ программаларын төҙөргә өйрәнәләр.
 
“Социология” һөнәре буйынса уҡыу процесын юғары квалификациялы белгестәр- социология фндәре докторҙары һәм кандидаттары алып бара. Түбәндәге курстар уҡытыла: Социологияның дөйөм теорияһы, Социология тарихы, Социологик тикшеренеүҙәрҙең методологияһы һәм техникаһы, Хәҙерге социологик тоериялар, Ғилми-тикшеренеү эше нигеҙҙәре, Ғаилә социологияһы, Йәмғиәт фекере социологияһы, Телмәр социологияһы, Сәйәси социология, Иҡтисади социология, Этносоциология һ.б.
 
Студенттар бакалавр, юғары белем тураһында, магистр дипломын алып сығалар. Университетта социология буйынса аспирантура, кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса совет эшләп килә. Уҡыу барышында ғилми эшкә әҙерлеген күрһәткән студенттар аспирантурала уҡыуын дауам итә ала.
 
“Ижтимағи эш” һөнәре
 
Башҡорт дәүләт университетында Ижтимағи эш иң йәш һәм перспектив һөнәрҙәрҙән һанала. Студенттар ҡабул итеү беренсе тапҡыр 1994 йылда була. Ижтимағи эш буйынса белгестәр әҙерләү Рәсәй һәм Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән уҡыу программалары менән башҡарыла.
 
Уҡытыу дәүләт бюджеты һәм коммерция нигеҙендә көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары буйынса алып барыла.
 
Студенттар түбәндәге специализациялар нигеҙендә ижтимағи эштең төрлө өлкәһенә ҡараған һорауҙарҙы тәрәнерәк өйрәнә ала:
  • Балаларҙы, ғаиләне, йәштәрҙе социаль- хоҡуҡи яҡлау;
  • Ижтимағи эштең технологияһы һәм менеджменты.
Уҡыуҙы тамамлаусылар “Ижтимағи эш буйынса белгес” квалификацияһын алалар. Уҡыуҙың экстернат формаһы ла бар. Кафедраларҙа аспирантура һәм докторантура эшләй.
“Ижтимағи эш” һөнәре буйынса уҡытыуҙы юғары квалификациялы уҡытыусылар - фән докторҙары һәм кандидаттары алып бара. Ижтимағи эш менән бәйләнгән төп фәндәр:
  • Ижтимағи эштең тарихы, теорияһы, технологияһы, менеджменты;
  • Ижтимағи эштә прогнозлау, проектлау,моделләү;
  • Ижтимағи медицина нигеҙҙәре;
  • Аралашыу теорияһы һ.б.
Төп фәндәрҙән тыш студенттар тарих, иҡтисад, политология, философия, педагогика, этика, эстетика кеүек фәндәрҙән белем алалар. Социология, хоҡуҡ, психология кеүек фәндәр ҙә уҡытыла. Компьютерҙа эшләргә өйрәнеү юғары кимәлдә ҡуйылған. Сит телдәрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә.
 
Студенттар ғилми-тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнәләр, конференцияларҙа, студент эштәре конкурстарында ҡатнашалар, уҡыу һәм производство практикаларында йәмғиәттең социаль проблемаларын өйрәнәләр.
 
“Политология” һөнәре
 
Башҡорт дәүләт университетында иң йәш һөнәр. XXI быуат һөнәре. Беренсе тапҡыр студенттар 2001 йылда, аспиранттар 1991 йылда ҡабул ителә. Политология кафедраһында юғары квалификациялы белгестәр- политологтарҙы, сәйәси фәндәр кандидаттары әҙерләү эштәре алып барыла. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә коммерция нигеҙендә бара. Уҡыу ваҡыты- 5 йыл.
 
Студенттарҙы әҙерләү Рәсәй һәм Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән уҡыу программалары буйынса башҡарыла. “Политология” һөнәренең уҡыу процесын юғары квалификациялы уҡытыусылар - фән докторҙары һәм кандидаттары алып бара. Улар түбәндәге авторлыҡ курстарын уҡый: Сәйәси ғилем тарихы, Сәйәсәт тәғлимәте, Сағыштырма политология, Сәйәси философия, Сәйәси социология, Сәйәси психология, Донъя сәйәсәте һәм халыҡ-ара бәйләнеш, Сәйәси анализ һәм прогнозлау, Сәйәси менеджмент, Сәйәси технологиялар, Сәйәси конфликтология, Этнополитология, Дәүләт сәйәсәте һәм идараһы һ.б.
 
Ғилми-тикшеренеү эше менән ҡыҙыҡһынған студенттар уҡыуҙарын аспирантурала, докторантурала дауам итә ала.
 
“Йәмәғәтселек менән бәйләнеш” һөнәре
 
Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр- партнерҙар араһында ышаныс һәм бер-береңде аңлау мөхите булдырыуға, мәғлүмәти бәйләнештең эффективлығын көсәйтеүгә йүнәлтелгән хәҙерге идара итеү эшмәкәрлегенең айырылғыһыҙ өлөшө. Был профессия хәҙерге мәғлүмәти йәмғиәттә алдынғылар рәтендә.
 
Студенттарҙы әҙерләү Рәсәй һәм Халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән уҡыу программалары буйынса башҡарыла. Уҡытыу коммерция нигеҙендә алып барыла. Уҡыу ваҡыты- 5 йыл.
 
Йәмәғәтселек менән бәйләнеш эштәре буйынса белгес – ул мәғлүмәти эшмәкәрлек өлкәһендә профессионал, ойоштороу сфераһында һәм ижтимағи мәғлүмәтте таратыуҙа киң эрудициялы, йәмәғәтселек һәм айырым бер ижтимағи төркөм араһындағы бәйләнеште көйләүсе, уларҙың проблемаларын хәл итеүсе белгес.
 
PR-сфераһы профессионалы пресс-секретарь, менеджер, референт, эксперт һәм мәғлүмәти технологияларҙы, эшлекле аралашыуҙы һәм йәмәғәт бәйләнештәрен эшкәртеү һәм ҡулланыу эштәре буйынса консультант вазифаларын башҡара ала.
 
“Йәмәғәтселек менән бәйләнеш” һөнәренең уҡыу процесын юғары квалификациялы уҡытыусылар- фән докторҙары һәм кандидаттары алып бара. Улар түбәндәге кустарҙы уҡый: Йәмәғәтселек менән бәйләнештең тәғлимәте һәм практикаһы, Хәҙерге рус теле һәм телмәр мәҙәниәте, Стилистика һәм әҙәби редакторлау, Дәлилләүҙең тәғлимәте һәм логикаһы, Аралашыу тәғлимәте нигеҙҙәре, Аралашыу процесында реклама, Идара итеү һәм аралашыу мәҙәниәте. Был фәндәр нигеҙендә студенттар гуманитар технологиялар, социаль консалтинг, халыҡ-ара иҡтисади бәйләнеш, киң мәғлүмәт һәм йәмғиәт фекере социологияһы буйынса белемгә эйә булалар.
 
Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр сфераһындағы эшмәкәрлек үҙ эсенә:
  • Йәмәғәтселек фекерен булдырыуҙы;
  • Ойоштороу эшмәкәрлеген мәғлүмәти тәьмин итеүҙе;
  • Социаль-иҡтисади проблемаларҙы анализлау һәм уларҙың эффектив сиселешен раҫлауҙы;
  • Халыҡ-ара эшлекле, ғилми һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә шарттар булдырыуҙы;
  • Реклама һәм аралашыу менеджментын;
  • Фирманың позитив образын булдырыуҙы;
  • PR-сферала маркетинг тикшеренеүҙәрҙе ала.
Философия һәм социология факультеты студенттары уҡыу йылы барышында контроль, курс, диплом эштәре яҙалар. Магистрҙар диссертация өҫтөндә эшләй.
Студенттар лекцияларҙа, семинарҙарҙа ҡатнашып, үҙ-аллы эштәр планы күнегеүҙәрен үтәп, тестар эшләп белемдәрен нығыталар.
 
Уҡыу планы буйынса көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлеге студенттары өсөн үҙ-аллы эштәр ҡаралған. Билдәләнгән темаларҙы студенттар тарафынан үҙ-аллы өйрәнеү уларҙы тәрәнерәк өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Үҙ-аллы эш лекциялар, семинарҙарҙан тыш, өҫтәмә рәүештә үткәрелә. УМК-ла күрһәтелгән үҙ-аллы эштәр өсөн күнегеүҙәр үтәлергә тейеш.Үҙ-аллы эште тикшереү уҡытыусы тарафынан билдәләнә: ул шәхси йәки төркөм өсөн реферат, доклад,эссе, телдән һорау һ.б. булырға мөмкин.
 
Студенттарҙың белемен тикшереү өсөн тест үткәрелә, уның маҡсаты- студенттарҙы үткән материал буйынса аттестациялау. Тест студенттарҙың фактик материалды үҙләштереү кимәлен асыҡлауға йүнәлтелгән.
 
ЙҮНӘЛЕШТӘРҺӘМ СПЕЦИАЛЬНОСТАР
 
Йүнәлештәр һәм  специальностарҙың атамаһы 
Уҡыу формаһы
(көндөҙгө, ситтән тороп)
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
Ҡабул итеү имтихандары (БДИ)
Квалификация,
эшмәкәрлек йүнәлештәре
Философия (бакалавр)
Көндөҙгө уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
1. Йәмғиәтте өйрәнеү
2. Рус теле
3.  Тарих
 
Философ. Философия уҡытыусыһы
Философия (магистр)
Көндөҙгө уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
 
Философия магистры
Социология (бакалавр)
Көндөҙгө уҡыу/ситтән тороп уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
1. Йәмғиәтте өйрәнеү
2. Рус теле
3. Математика
 
Социология бакалавры
Социология (магистр)
Көндөҙгө уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә
 
Социология магистры
Политология (бакалавр)
Көндөҙгө уҡыу
Килешеү нигеҙендә
1. Йәмғиәтте өйрәнеү
2. Рус теле
3.  Тарих
 
Политология бакалавры
Политология (магистр)
Көндөҙгө уҡыу
Килешеү нигеҙендә
 
Политология магистры
Социаль хеҙмәт (бакалавр)
Көндөҙгө уҡыу / ситтән тороп уҡыу
Дәүләт иҫәбенә/
килешеү нигеҙендә
1. Тарих
2. Рус теле
3. Йәмғиәтте өйрәнеү
Социаль хеҙмәт бакалавры
Социаль хеҙмәт (магистр)
Көндөҙгө уҡыу
 Дәүләт иҫәбенә/
килешеү нигеҙендә
 
Социаль хеҙмәт магистры
Йәмғиәт менән бәйләнеш
Көндөҙгө уҡыу
Килешеү нигеҙендә
4. Йәмғиәтте өйрәнеү
5. Рус теле
6.  Тарих
 
Йәмғиәт менән бәйләнеш буйынса специалист
 
ҒИЛМИ ЭШМӘКӘРЛЕК
 
Факультет кафедраларының ғилми эшмәкәрлеге тематик пландарға ярашлы алып барыла.  Тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәһе донъя күргән ғилми хеҙмәттәрҙә һәм монографияларҙа, мәҡәләләрҙә һәм тезистарҙа асыҡ сағылыш тапты. Уҡытыусылар докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары өҫтөндә эш алып бара.
 
Факультет базаһында диссертацион советтар эшләй. Фән кандидаты ғилми дәрәжәһе түбәндәге специальностар буйынса бирелә:  “09.00.01 - Онтология һәм танып-белеү теорияһы”, “09.00.11 – Ижтимағи философия”, «22.00.04 - Социаль структура, социаль институттар һәм процестар», «22.00.08 – Идаралыҡ социологияһы».
 
Факультет Башҡортостан Республикаһының, Рәсәй Федерацияһы региондарының, яҡын сит илдәрҙең дәүләт власы органдары һәм урындағы үҙ идаралыҡ, юғары уҡыу йорттары һәм фәндәр академияһы, мәҙәни-ағартыу учреждениелары һәм фәнни-тикшеренеү ойошмалары, техникум һәм колледждар өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индерә. 
 
2000-2010 йй. осоронда ғына Башҡортостан Республикаһы, Рәсәй Федерацияһы региондары өсөн 25 фән докторы һәм 160 фән кандидаты әҙерләнгән. 2010 йылда факультетта 1 докторлыҡ һәм 14 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды.
 
Факультет сиктәрендә халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, төбәк-ара, республика конференциялары һәм күргәҙмәләре ойошторола һәм уҙғарыла.
 
Онтология һәм танып-белеү теорияһы кафедраһында социаль философия буйынса семинар эшләй (етәксеһе – профессор С.М.Поздяева). Унда докторанттар, аспиранттар һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр махсус план буйынса фәнни сығыштар яһай.
 
Уҡыу йылы һуҙымында (15 октябрҙән 15 майға тиклем) аҙна һайын философия кафедраһы аспиранттары өсөн лекциялар уҡыла һәм фәнни-теоретик, ғилми-тикшеренеү характерындағы проблемалар буйынса семинар дәрестәр үткәрелә.
 
Ғилми социология мәктәбе формалаштырыу маҡсатында аспиранттар һәм соискателдәр өсөн даими эшләгән методологик семинар ойошторолдо (етәксеһе – Р.Б.Шәйхисламов). 
 
Профессор А.Ф.Кудряшев Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының “Философия” Үҙәк советының “Онтология” секцияһы сиктәрендә “Белемде нигеҙләү проблемалары” тип аталған ай һайын үткәрелгән методологик семинарҙы ойоштороу һәм үткәреү менән етәкселек итә.
 
Профессор А.В.Лукьянов аспиранттар һәм соискателдәр өсөн теоретик-методологик семинарҙар ойоштора.
 
Доцент Баһаутдинов А.М. БДУ студенттары өсөн ойошторолған “Философия һәм киләсәк цивилизация” тип аталған ғилми түңәрәкте етәкләй.
 
Философия һәм социология факультеты студенттарының ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге республика һәм факультет кимәлендә ойошторолған конкурстарҙа һәм конференцияларҙа, түңәрәк эштәрендә, курс һәм диплом эштәрен яҙыуҙа сағылыш таба. Студенттар социологик тикшеренеүҙәр үткәреүҙә, төрлө гранттар һәм стипендиялар конкурсында актив ҡатнаша.
 
Йыл да ойошторолған Башҡортостан Республикаһы юғары уҡыу йорттары студенттарының фәнни эштәре конкурсында философия һәм социология факультеты студенттары традицион ҡатнаша. 2002 йылдан башлап беҙҙең студенттар беренсе урындарҙы яулай. Шулай уҡ факультет студенттары йыл да үткәрелгән Public Relations теорияһы һәм практикаһы буйынса «Гәлсәр әфлисун» Бөтә Рәсәй студент эштәре конкурсында һәм “Ҡала мөхите” ҡала администрацияһы конкурсында ҡатнаша.
 
Студенттарҙың интеллектуаль-ижади эшенең мөһим күрһәткесе булып уларҙың төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа ҡатнашыуы тора. “Социаль хеҙмәт” специальносы студенттарының “Социаль хеҙмәт” йүнәлешендә үткәрелгән Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашыуын билдәләп үтергә кәрәк. 2006 йылдан башлап философия һәм социология факультетында “Социологик олимпиада” ойошторола, унда “Социология” специальносы студенттары ҡатнаша. Ә 2009 йылдан факультетта бөтә йүнәлештәр буйынса ла студенттарҙың олимпиадаһы уҙғарыла. Студенттарҙың факультет, ҡала һәм республика ойошмалары тарафынан үткәрелгән барлыҡ сараларҙа ла актив ҡатнашыуы факультетта алып барылған фәнни-тикшеренеү эштәренең юғары кимәле тураһында һөйләй.
 
Студенттарҙың ғилми һәм интеллектуаль потенциалын сағылдырыусы тағы ла бер күрһәткес – уларҙың төрлө кимәлдәге стипендияларға лайыҡ булыуы. Мәҫәлән, А.Исламоваға, А.Усмановаға (2005), И.Нафиковаға, А.Закирйәновҡа, А.Ценевҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһы тапшырылды. Е.Изиляева 2006 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте стипендияһына, ә 2007 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булды.
 
В. Потанин исемендәге стипендияны Вәхитов И., Абрахманов Д., Хамматова А. (2002), Закирйәнов А., Лошманов А. (2005), Сушкова Е. (2006) алды. 2007 йылда  Фазлыева Л. БДУ-ның Ғилми Советы стипендияһына лайыҡ булды. 2009  йылда БР Президенты стипендияһына Ғүмәрова Р., Кашапова А.  лайыҡ булды. “Социология” специальносы студенты  Изиляева Е. 2009 йылда РФ Хөкүмәте стипендияһына лайыҡ булды.
 
2010 йылда Бәҙретдинова А., Ғүмәрова Р. Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендияһына, Минағолова А. БДУ-ның Ғилми советы стипендияһына лайыҡ булдылар.
 
Факультетта студенттарҙың “Гуманист” ғилми түңәрәге эшләй. Уның ултырыштарында “Социаль хеҙмәт” специальносының төрлө курс студенттары социаль хеҙмәттең актуаль мәсьәләләре буйынса сығыштар яһай.
 
2006 йылда “Сократ” ғилми клубы ойошторола. Уның маҡсаты – кафедраның дөйөм проблемаларын тикшереү, быуындар күсәгилешлеген булдырыу һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу маҡсатында студент-политологтар һәм уҡытыусылар составын берләштереү.
 
2008 йылдан “Йәмәғәтселек менән бәйләнеш” специальносы студенттарының «Фән PRO» ғилми ойошмаһы эшләй. Факультет сиктәрендә йыл да студенттарҙың, аспиранттарҙың һәм йәш ғалимдарҙың республика фәнни конференцияһы ойошторола.
 

    Кире өҫкә