Фән һәм инновациялар

Башҡорт дәүләт университетында ғилми тикшеренеүҙәр фәндең 4 өлкәһе буйынса алып барыла: тәбиғи фәндәр, техник фәндәр, ижтимағи фәндәр һәм гуманитар фәндәр. Әлеге мәлдә тәбиғи һәм гуманитар фәндәрҙең төп йүнәлештәре буйынса 15 ғилми мәктәп формалашҡан.
 
Фундаменталь ғилми тикшеренеүҙәр Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының институттары һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге менән тығыҙ бәйләнештә бара.
 
8 Фәнни-белем биреү үҙәге булдырылған һәм уңышлы эшләй, шул иҫәптән химия буйынса – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институты менән Черноголовканың Химик физика проблемалары институты; наноматериалдар буйынса – Рәсәй Фәндәр акдемияһының Үтә һығылмалылыҡ проблемалары институты менән; “Тере системалар технологияһы” приоритетлы йүнәлеш буйынса – Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институты менән һ.б.
 
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге институттарында 6 база кафедралары булдырылған, шулай уҡ БДУ-ның Технопаркы (геоинформацион системалар, геофизика, техник химия, экология үҙәктәре һәм хоҡуҡи, техник экспертиза үҙәге) эшләй.
 
Университет Башҡортостан Республикаһының күп кенә етештереү предприятиелары, атап әйткәндә, “Башинформсвязь”, “Башнефтегеофизика”, “Салаватнефтеоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре менән актив хеҙмәттәшлек итә.
 
Ғилми эшмәкәрлек – специалистарҙы әҙерләү процесының айырылғыһыҙ өлөшө. Студенттар федераль ҡаҙнанан финансланған ғилми-тикшеренеү һәм проектлау-конструкторлау эштәрендә ҡатнашалар. Бынан тыш, кафедралар менән факультеттар базаһында фән һәм техниканың өр-яңы ҡаҙаныштарын уҡыу процесында ҡулланыуға йүнәлтелгән уҡыу-ғилми комплекстар эшләй.