Этика, эстетика һәм культурология кафедраһы (ЮНЕСКО)

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы:
философия фәндәре кандидаты, доцент
Итҡолова Ләйсән Әхмәт ҡыҙы
 
Этика, эстетика һәм культурология кафедраһы 1986 йылда философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Д.Й.Вәлиев (1940-2002) инициативаһы менән асыла. Оҙаҡ йылдар кафедрала А.П. Андреев (1936-2007), Р.И. Байкова (1931-2004), Л.Н. Попова, Л.А. Колокольцева кеүек уҡытыусылар уңышлы эшләне. Улар студенттарға теоретик белем биреү менән бер рәттән изгелек, мөхәббәт, матурлыҡ, кешелеклелек, логик фекерләү кеүек тәрән төшөнсәләрҙе лә тәрбиәләне. Кафедра уҡытыусылары хәҙерге көндә түбәндәге курстарҙан лекциялар уҡый: «Этика», «Культурология», «Эстетика», «Дин тарихы», «Дин ғилеме», «Аралашыу һәм үҙ-ара аңлашыу мәҙәниәте», «Конфликтология», «Башҡорт фәлсәфәүи һәм ижтимағи-сәйәси фекере тарихы», «Логика». Коллектив тәрбиәүи һәм ғилми-тикшеренеү эше менән актив шөғөлләнә, этика, эстетика, мәҙәниәт һәм мәғариф философияһы проблемаларына арналған күп һанлы уҡыу дәреслектәре, уҡыу-методик ҡулланмалары, фәнни мәҡәләләр авторы. Уларҙың хеҙмәттәрендә кафедраға нигеҙ һалыусы профессор Д.Й.Вәлиевтың һәм кафедра ветрандарының ғилми традициялары уңышлы дауам иттерелә.
 
2002 йылда этика, эстетика һәм культурология кафедраһы БДУ-ның философия һәм социология факультетының ЮНЕСКО кафедраһы менән берләшә.
 
Берләшкән кафедра базаһында “Күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә мәғариф” тип аталған тема буйынса ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара үҙәге ойошторола. ЮНЕСКО һәм БДУ араһындағы университетта ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара үҙәге ойошторолоуы тураһындағы килешеү 2003 йылдың 11 апрелендә төҙөлә. Хәҙерге көндә этика, эстетика һәм культурология кафедраһының белем биреү һәм ғилми-тикшеренеү биографияһында ике тиҫтә йыл иҫәпләнә һәм ул университетта гуманитар белем биреү буйынса иң алдынғылар рәтендә. Кафедра күп конфессиялы һәм күп милләтле Башҡортостандың рухи донъяһына Изгелек, Хәҡиҡәт һәм Матурлыҡ идеяларын тарата һәм юғары интеллектлы, позитив әхлаҡи потенциалы булған, киң эстетик ҡарашлы, йәмғиәттә барған яңырыу процесстарында актив һәм яуаплы булырлыҡ шәхесте формалаштырыуға ҙур өлөш индерә.
 
Хәҙерге көндә кафедрала 14 уҡытыусы эшләй (философия фәндәре докторы, профессор З.Й. Рәхмәтуллина, философия фәндәре кандидаттары, доценттар: Д.Х. Аҡбашева, А.Р. Бикбулатова, З.Р. Вәлеева, З.Р. Вәлиуллина, К.В. Ғирфанов, Л.А. Итҡолова, М.Н. Төхвәтуллин, А.Й. Фәтҡуллина, Р.В. Ханова, Л.Р. Хәсәнова, философия фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы Л.К. Вычужанова, философия фәндәре кандидаттары, ассистенттар В.Р.Ибраһимова, А.С.Кинйәбузова).
 
Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре:
  • “Хәҙерге Башҡортостандың рухи киңлегенә күп факторлы анализ” кафедра темаһы өҫтөндә эшләү;
  • “Күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә мәғариф” тип аталған ЮНЕСКО-ның халыҡ-ара кафедраһының темаһы өҫтөндә эҙләнеүҙәр алып барыу;
  • Кафедраның аспиранттары һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәре менән эшләү;
  • фәнни конференциялар ойоштороу һәм үткәреү;
  • монографиялар һәм ғилми йыйынтыҡтарҙа мәҡәләләр баҫтырыу.
Уҡыу-уҡытыу эштәренең төп йүнәлештәре:
  • специальностарҙың уҡыу пландарына ярашлы уҡытыу нагрузкаһын үтәү;
  • кафедра дисциплиналары буйынса уҡыу әсбаптары һәм уҡыу-методик ҡулланмаларын әҙерләү һәм баҫтырыу;
  • кафедра дисциплиналары буйынса уҡытыу-методик комплекстарын камиллаштырыу өҫтөндә эшләү.