Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы тураһында

 Директоры

тарих  фәндәре кандидаты, доцент  

Уразова Әминә Илдус ҡыҙы

Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы Башҡорт дәүләт университетының яңы структур подразделениеһы булараҡ Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 1998 йылдың 3 февралендә сыҡҡан №153 ҡарары нигеҙендә, запасҡа сығырға тейешле хәрбиҙәрҙе, хәрби хеҙмәттән ебәрелгән граждандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен уҡытыу, уларға яңы һөнәр биреү буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу маҡсатында, шулай уҡ сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт, элемтә һәм башҡа хужалыҡ тармаҡтары өлкәләрендә эшләп киткән граждандар өсөн 1998 йылда асыла.

Әлеге ваҡытта БДУ эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһында белгестәрҙе әҙерләү түбәндәге юғары профессиональ белем биреү специальностары буйынса алып барыла:

090103.65 – Информацияны һаҡлауҙы ойоштороу һәм технологияһы (Идара итеү һәм ҡарарҙар ҡабул итеү системаларының хәүефһеҙлеге специализацияһы). Информацияны һаҡлау буйынса белгес квалификацияһы бирелә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә тулы һәм ҡыҫҡартылған программа буйынса алып барыла.

080504.65 – Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ (Муниципаль идаралыҡ специализацияһы). Менеджер квалификацияһы бирелә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә тулы программа буйынса, ситтән тороп уҡыу бүлегендә тулы һәм ҡыҫҡартылған программа буйынса алып барыла.

080111.65 – Маркетинг (Коммерция эшмәкәрлеге маркетингы специализацияһы). Маркетолог квалификацияһы бирелә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә тулы программа буйынса алып барыла.

 080502.65 – Экономика һәм предприятиела идаралыҡ (күсемһеҙ мөлкәт менән операциялар тармағы, Предприятиеның иҡтисади хәүефһеҙлеген тәьмин итеү специализацияһы). Экономист-менеджер квалификацияһы бирелә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә тулы программа буйынса, ситтән тороп уҡыу бүлегендә тулы һәм ҡыҫҡартылған программа буйынса алып барыла.

032401.65 – Реклама (Реклама маркетингы специализацияһы). Реклама буйынса белгес квалификацияһы бирелә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә тулы программа буйынса, ситтән тороп уҡыу бүлегендә тулы һәм ҡыҫҡартылған программа буйынса алып барыла.

030501.65 – Юриспруденция (Граждандар хоҡуғы специализацияһы). Юрист квалификацияһы бирелә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә ҡыҫҡартылған программа буйынса, ситтән тороп уҡыу бүлегендә тулы һәм ҡыҫҡартылған программа буйынса алып барыла.

 Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорттары ике баҫҡыслы уҡыу системаһына күсеү сәбәпле Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге Академияла 2011-2012 уҡыу йылынан юғары профессиональ белем биреү түбәндәге йүнәлештәрҙә алып барыла:

090900.62 – Информацион хәүефһеҙлек (әҙерлек профиле –Информацияны һаҡлауҙы ойоштороу һәм технологияһы). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

280700.62 – Техносфера хәүефһеҙлеге (әҙерлек профиле – Техносферала тормош хәүефһеҙлеге). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

081100.62 – Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ (дөйөм профиль). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

080100.62 – Экономика (әҙерлек профиле – Предприятиелар һәм ойошмалар экономикаһы). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

100700.62 – Сауҙа эше (әҙерлек профиле - Коммерция). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

031600.62 – Реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш (әҙерлек профиле –Коммерция өлкәһендә реклама һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

030900.62 – Юриспруденция (әҙерлек профиле – Граждандар хоҡуғы). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

032200.62 – Рәсәй регионын өйрәнеү фәне (дөйөм профиль). Бакалавр квалификацияһы бирелә.

 Студенттар һаны – 2103 кеше, шул иҫәптән 618 студент көндөҙгө уҡыу бүлегендә, 1485 студент ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала.

Академия 3300-ҙән ашыу белгес әҙерләп сығарған. Универсаль белем алыу университетты тамамлаусыларға сәнәғәттә, дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ органдарында, ҡала һәм район администрацияларында, башҡарма власть органдарында, информация, реклама һәм консалтинг агентлыҡтарында, киң информация сараларында эшләү мөмкинлеген бирә.

Уҡыу, фән, социаль-тәрбиә һәм хужалыҡ эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса бөтә ҡарарҙар БДУ эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының Ғилми советында ҡабул ителә. Уҡыу процесын алты кафедра тәьмин итә:гуманитар дисциплиналар кафедраһы; информацион хәүефһе ҙлек кафедраһы; регионды өйрәнеү һәм дәүләт идаралығы кафедраһы; реклама һәм маркетинг кафедраһы; иҡтисад, идаралыҡ һәм финанстар кафедраһы. Кафедраларҙаюғары квалификациялы профессорҙар һәм уҡытыусылар составы эшләп килә. Штаттағы  уҡытыусылар һаны 57,5% тәшкил итә. Уҡыу процесын алып барыусы фән кандидаттарының һәм докторҙарының һаны 54,5%. 

Уҡыу процесын ойоштороу һәм алып барыу өсөн академияның тейешле уҡыу һәм лаборатория аудиториялары бар. Уҡыу процесы академияның үҙ бинаһында, шулай уҡ университеттың факультеттарында, атап әйткәдә, физик тәрбиә, тормош хәүефһеҙлеге кафедраларында, физик-техник институттың лабораторияларында алып барыла. Академияның бинаһында компьютер класы, мультимедиа аудиториялары, махсуслаштырылған кабинеттар урынлашҡан. Китапхана (Абонемент №7), буфет эшләй, йыһазландырылған спорт майҙансығы бар. Локаль компьютер һәм телефон селтәрен файҙаланырға мөмкинлек бирә торған, шулай уҡ бинаның бөтә урынынан да Интернетҡа тоташа торған структуралаштырылған кабелле селтәр (СКС) системаһы ҡуйылған. Студенттарҙың өлгөрөш базаһы уҡыу-уҡытыу бүлегенең квалификациялы белгестәре тарафынан алып барыла. Дәрестәр теҙмәһе махсуслашҡан диспетчер хеҙмәте тарафынан төҙөлә. Уҡыу процесына академия уҡытыусылары тарафынан инновацион технологиялар индерелә: дистанцион уҡытыу системаһы, кейс-технологиялар, эшлекле уйындар һәм тренингылар, тест контроле, өлгөрөш һәм белемде баһалау балл-рейтинг системаһы. Информацион технологиялар өлкәһендә “MOODLE” дистанцион уҡытыу системаһын индереү буйынса академия тарафынан эш башланды.

 Студенттар менән социаль һәм тәрбиә эштәрен алып барыу уҡыу процесының айырылғыһыҙ өлөшө. Академияла тәрбиә эшен алып барыу эффектлы булһын өсөн, кураторлыҡ институты, академик группалар кураторҙары эшмәкәрлегенең кәңәшләшеү органдары булараҡ, Кураторҙар Советы эшләп килә. 

БДУ эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының студенттары университеттың ижтимағи, мәҙәни һәм спорт тормошонда актив ҡатнаша. Шулай уҡ академияның студенттары йыл һайын үткәрелгән: беренсе курс студенты  аҙналығы, студенттар рәтенә ҡабул итеү, мәҙәниәт көндәре, студент яҙы, спартакиада һәм башҡа мәҙәни сараларҙа актив ҡатнашалар. Университетта студенттарҙың лидерлыҡ, ижади, спорт таланттарын асыу өсөн бөтә мөмкинселектәр булдырылған. Башҡорт дәүләт университеты студенттарының профсоюз ойошмаһы, университеттың студент һәм спорт клубтары академияла булған актив, зирәк һәм инициативалы студенттарҙы үҙенең рәтенә алырға әҙер.