Экология, хеҙмәт һәм финанс хоҡуҡтары кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
юридик фәндәр докторы, профессор
Ғәбитов Ринат Хәмит улы
 
Кафедраның тарихы 70-се йылдарҙың уртаһынан, дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы, теорияһы һәм аграр хоҡуҡ дисциплиналары кафедраһы бүленеүҙән башлана. Бүленгәнгә тиклем кафедраны профессор Ф.М.Раянов етәкләй. Был исем менән кафедра 80-се йылдарҙың урталарына тиклем эшләй. Кафедраның дисциплиналары исемлегенә колхоз һәм ер хоҡуҡтары индерелә. Колхоз хоҡуғы буйынса 70-се йылдарҙың аҙағына тиклем Ф.С.Абдула уҡыта, ә ер хоҡуғы буйынса лекцияларҙы кафедра мөдире үҙе уҡый.
 
Был кафедра дисциплиналары араһында хеҙмәт хоҡуғы курсы ла була. 80-се йылдар аҙағы-90-сы йылдар башына тиклем был курсты билдәле ғалимдар – юридик факультеттың ветерандары, доценттар Ф.З.Ҡолбарисов менән С.А.Калужный алып бара. Улар хеҙмәт хоҡуғы теорияһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерәләр һәм юридик факультеттың тарихында юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдыралар.
 
80-се йылдарҙа юридик факультетта, уҡыу пландары үҙгәреү сәбәпле, кафедраларҙа ҙур үҙгәрештәр була. Яңы уҡыу дисциплиналары, атап әйткәндә, ауыл хужалығы хоҡуғы һәм тәбиғәтте һаҡлау хоҡуғы индерелә. Колхоз хоҡуғы һәм ер хоҡуғы уҡыу пландарында айырып күрһәтелмәй, улар үрҙә күрһәтелгән дисциплиналар эсенә инеп китә. Тап ошо дисциплиналар – ауыл хужалығы хоҡуғы һәм тәбиғәтте һаҡлау хоҡуғы – яңы үҙ аллы кафедра ойошторолоуға булышлыҡ итә. Ауыл хужалығы хоҡуғы һәм тәбиғәтте һаҡлау хоҡуғы кафедраһы 90-сы йылдар башына тиклем эшләй.
 
Кафедра актив ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Бигерәк тә Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, сөнки ауыл хужалығына ҡағылышлы закондар сығарыуҙа юғары квалификациялы юристар етешмәй.
 
Әйтергә кәрәк, ауыл хужалығы хоҡуғын өйрәнеү факультетта ижади нигеҙҙә ойошторолған. Был специальность студенттары республиканың төрлө региондарында ауыл хужалығы закондарының эффектлылығын асыҡлаған социологик тикшеренеүҙәргә ылыҡтырыла.
 
Ғилми-тикшеренеү эштәре шулай уҡ баҙар экономикаһы хоҡуҡтарының актуаль проблемаларын өйрәнеүгә йүнәлдерелгән.
 
Кафедраның төп тикшеренеү йүнәлештәре:
  • Башҡортостан Республикаһы ер реформаһының Рәсәй Федерацияһында хоҡуҡтар менән тәьмин ителеше
  • Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хоҡуғы проблемалары, экология закондарын камиллаштырыу
Контакттар: rinathamitovich@mail.ru