Дөйөм физика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди ур.,32,
Физика-математика корпусы, 319-сы кабинет
Тел. (347) 272-16-45
 
Кафедра мөдире - физика-математика фәндәре докторы, профессор Яҡшыбаев Роберт Әсғәт улы.
 
Дөйөм физика кафедраһы Башҡорт дәүләт университетының иң беренсе факультеттарының береһе. Ул Өфөлә гимназиянан һуң физика мәғарифы барлыҡҡа килгәндә тыуа. Был датаны 1920 йыл тип атарға мөмкин, сөнки Өфө халыҡ мәғарифы институтында К.П.Краузе беренсе физика кабинетын ойоштора (башта физика һәм математика кабинеты). 1929 йылда был институт К.А.Тимирязев исемендәге Башгоспединститутҡа әүерелгәс, илдә бар вуздарҙа ла кафедралар ойошторола башлағас, 1931 йылда БДПИ-ла дөйөм физика кафедраһы барлыҡҡа килә. Кафедраның беренсе мөдире булып профессор Е.Н. Грибанов ҡуйыла. Ул 1931-1941 йылдарҙа кафедра менән етәкселек итә, бер уҡ ваҡытта 1934-1940 йылдарҙа физика-математика факультеты деканы вазифаһын үтәй.
 
Һуғыш ваҡытында Өфөгә Украина Фәндәр Академияһының күп өлөшө эвакуацияланыу арҡаһында, ҡалаға Украинаның билдәле ғалимдары күсеп килә. Улар араһында профессор И.Н. Боголюбов, В.Е. Лошкарев, С.И. Пекар һәм башҡалар була. Ғалимдар БГПИ-ны ойоштороуҙа ҡатнашалар. 1941-1943 йылдарҙа В.Е. Лошкарев дөйөм физика кафедраһы мөдире була.
 
Украина ғалимдары үҙ яҡтарына ҡайтып киткәс, кафедраны билдәле ғалим, газоразрядлы лампалар өлкәһендә белгес һәм П.Н. Лебедевтың уҡыусыһы, профессор В.И. Романов етәкләй (1943-1948 йылдар).
 
1948-1956 йылдарҙа кафедра мөдире - доцент Р.С. Смирнов.
 
1957 йылда БДПИ универститет статусын алғас, дөйөм физика кафедраһынан теоретик физика кафедраһы бүленеп сыға. Дөйөм физика кафедраһы мөдире итеп Д.Т. Емасов ҡуйыла.
 
1958 йылда кафедра мөдире булып политехник физик эксперимент өлкәһендә билдәле белгес, доцент Г.И. Жерехов ҡуйыла. Ул кафедраны 1964 йылға тиклем етәкләй, 1964-1973 йылдарҙа физика-математика факультеты деканы булып эшләй.
 
1965-1974 йылдарҙа дөйөм физика кафедраһын доцент Ф.Л. Саяхов етәкләй. Ул бер нисә специализация ойоштороусыһы була (радиофизика һәм электроника, магнит күренештәре физикаһы, нефть ҡатламының физикаһы). Уҡыу пландары төҙөлә һәм уларҙы асыуға РСФСР-ҙың Минвуз рәсми ҡарары алына. 1974-1976 йылдар эсендә доцент А.Н. Трофимов – дөйөм физика кафедраһы мөдире. Ул уҡытыу лабораторияларына ҙур иғтибар бүлә.
 
Нефть эмульсиялары, көсһөҙ магнитлы шыйыҡ электролиттарҙың магнит үҙенсәлектәре өлкәһендә билдәле белгес, доцент Ю.В. Ергин 1976-1988 йылдарҙа дөйөм физика кафедраһы менән етәкләй.
 
1988 йылда кафедра мөдире итеп тау породаларының геомагнетизмы өлкәһендә ғилми белгес, профессор К.А. Валеев ҡуйыла. Ул 2000 йылға тиклем эшләй. Ошо ваҡыт эсендә уның менән дөйөм физик практикум лабораторияларын яңыртыуҙа һәм заман уҡыу китаптары менән йыһазландырыуҙа бик күп эштәр эшләнде.
 
Кафедрала “Ҡаты есем физикаһы”, “Магнит күренештәре физикаһы” специализациялары үҫеште. Кафедра һәм факультет базаһында геомагнетизм буйынса союз масштабында конференциялар уҙғарылды.
 
2000 йыдан алып дөйөм физика кафедраһы мөдире булып Р.А.Яҡшыбаев эшләй. Кафедрала “Ҡаты есем физикаһы” специализацияһы бар (2003 йылдан – “Физик материаловедение”). Дөйөм курстарҙы һәм спецкурстарҙы уҡытыуҙа юғары квалификациялы уҡытыусылар һәм билдәле ғалимдар ҡатнаша. Улар араһында ф-м.ф.д., проф. М.Х. Балаханов, ф-м.ф.д., проф. Р.Ф. Әлмөхәмәтов, т.ф.д., проф. Р.В. Зәһиҙуллин, алдынғы доценттар Ю.В. Ергин, З.Х. Ҡуватов, Г.Р.Аҡманова, Р.Х. Ишембетов һәм башҡалар.
 
Кадрҙар әҙерләүҙә кафедра РФА-ның академик институттары: РФА ИПСМ, РФА ИФМК менән, ғилми лабораторялары булған ҙур етештереү ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә.