Дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Өфө ҡ., Карл Маркс ур., 3/4, 309-сы каб.
Тел. (347) 229-96-08
 
Кафедра мөдире - Сибәғәтуллина Софья Ростиславовна, иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент
 

Дөйөм иҡтисад теорияһы кафедраһы факультетта иң тәжрибәлеләрҙән һанала. 2007 йылда ул 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. 1992 йылға тиклем ул “Сәйәси иҡтисад” дөйөм университет кафедраһы булараҡ эшләй, һуңынан “Дөйөм иҡтисад теорияһы” кафедраһына әйләндерелә һәм 1995 йылда иҡтисад факультеты составына инә. Был уҡыу курсы йөкмәткеһендәге ҙур үҙгәрештәр һәм иҡтисад факультетының үҫеше менән бәйле була. 1998 йылда «Экономик теория» специальносына һәм «Экономик теория инглиз телен тәрән өйрәнеү менән» специализацияһына тәүге студенттар ҡабул ителә,  ә 2003  йылда  7  кешенән торған сығарылыш була. Кафедра 2004 йылда 29, ә  2010  йылда  39 белгес уҡытып сығарырға планлаштыра.
 
Хәҙерге көндә кафедрала 5 ғилми дәрәжәле һәм званиелы уҡытыусы, 5 өлкән уҡытыусы эшләй, аспирантураның көндөҙгө бүлегендә 1 кеше уҡый. Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре – «Башҡортостан Республикаһында кешелек потенциалын үҫтереү проблемалары».
 
Кафедра 2010 йылға тиклем БР ФҒП Программаһының социаль блогын, БР иҡтисадын стабилләштереү һәм баҙар мөнәсәбәттәренә күсеү Программаһын (1990-1991гг.), республиканың йәшәү кимәлен тикшереү Программаһын, «2005 йылға тиклем республиканың халҡы» Программаһын, Мәғариф системаһын үҫтереү һәм 2010 йылға тиклем кадрҙар әҙерләү Программаһын, БР-ның социаль-иҡтисади үҫешенең уртаса һәм оҙайлы һәм 2005 йылға тиклем оҙайлы прогнозлауҙың концептуаль нигеҙҙәре Программаһын, «Белем биреү системаһының үҫеше һәм БР-да 2010 йылға тиклем кадрҙар әҙерләү» күп масштаблы тикшеренеүҙе, БР Президентының «БР район һәм ҡалаларында бәләкәй эшҡыуарлыҡтың субъект селтәрҙәрен үҫтереү концепцияһы» дәүләт Программаһын эшләүҙә ҡатнашты. 
 
Коллектив көсө менән “Экономика теорияһы нигеҙҙәре”, “Экономика нигеҙҙәре”, “Экономик теория нигеҙҙәре” уҡыу әсбаптары, 2003 һәм 2007 йылдарҙа ҡайтанан баҫтырылған “Башҡортостан экономикаһы” (1998 йыл) дәреслеге яҙылған. 2007 йылда кафедраның 60 йыллығына арналған “Хәҙерге экономик теория проблемалары” Халыҡ-ара конференцияһы ойошторолдо һәм үткәрелде.
 
Студенттар, аспиранттар һәм йәш ғалимдар өсөн йыл да республика фәнни-ғәмәли конференцияһын үткәреү традицияһы бар. Шулай уҡ кафедра студенттар араһында экономик теория буйынса олимпиада ойоштора.