Биоорганик химия кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
химия фәндәре докторы, профессор
Талипов Рифҡәт Фаат улы
 
 
Башҡорт дәүләт университетының биоорганик химия кафедраһы 2001 йылдың 18 ғинуарында ойошторола. Уның үҙәген органик химия кафедраһының йәш уҡытыусылары – профессор, кафедра мөдире Р.Ф.Талипов һәм доценттар Г.Р.Талипова, И.В.Вакулин, И.С.Шепелевичтар тәшкил итә. Ниндәйҙер кимәлдә кафедраны Рәсәй Фәндәр академияһының Органик химия институтында ойошторолған тәбиғи ҡушылмалар химияһы кафедраһының вариҫы тиергә була, шуға ла эшләй башлағандан алып кафедра был учреждение менән тығыҙ бәйләнештә.
 
Биоорганик химия кафедраһында 3 профессор, 4 доцент эшләй, улар теоретик һәм ғәмәли органик һәм биоорганик химия өлкәһендә белгестәр әҙерләй.
 
Хәҙерге ваҡытта кафедра Р.Ф.Талипов етәкселегендә биологик актив ҡушылмалар буйынса теоретик һәм эксперименталь тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Был тематика рамкаһында кафедрала түбәндәге йүнәлештәр өйрәнелә:
  • органик реакциялар механизмын, молекулаларҙың үҙ-ара бәйләнешен, биоорганик һәм металлоорганик ҡушылмаларҙың реакцияға инеү һәләттәрен квант-химик планда тикшереү (И.В.Вакулин);
  • электрофиль реагенттар ҡатнашлығында алкендарҙың реакцияһын теоретик һәм практик планда өйрәнеү – Принс реакцияһы продукттары барлыҡҡа килеүҙең селективлығына иретмәләр менән тоҙҙарҙың йоғонтоһон өйрәнеү, Принс реакцияһы буйынса лупан һәм олеан типлы тритерпеноидтарҙың трансформацияһын өйрәнеү, Принс һәм Манних реакцияһы шарттарында алкендарҙың аминометиллашыуын өйрәнеү (И.С.Шепелевич);
  • 3-гидрокситетрагидрофуран яһалмаларының биологик актив синтезы (Г.Р.Талипова);
  • ауыл хужалығы өсөн экологик яҡтан хәүефһеҙ һәм эффектлы булған яңы препараттар эшләү һәм индереү (И.В.Вакулин, И.С.Шепелевич, Г.Р.Талипова).

Ғәмәли характерҙағы тикшеренеүҙәр ҙә алып барыла. Атап әйткәндә:

  • O, N, S ҡушылмалары булған олефиндар һәм диендар олигомерҙарының функционализацияһын өйрәнеү (Р.З. Биглова);
  • оптик йәһәттән таҙа монотерпеноид (R)-4-ментенондың синтетик потенциалы киңәйеүе (Э.Р. Латыпова).
Кафедрала түбәндәге дөйөм дисциплиналар уҡытыла:
  • йәшәйештең химик нигеҙҙәре;
  • медицина химияһы;
  • биологтар өсөн органик химия.
Махсус дисциплиналар:
  • биоорганик ҡушылмаларҙы айырыу һәм идентификациялау методтары;
  • супрамолекуляр химия;
  • дарыу препараттары химияһы;
  • икенсел метаболиттар стереохимияһы;
  • үҫентеләрҙе һаҡлауҙың тәбиғи саралары;
  • үҫентеләрҙе һаҡлауҙың химик саралары;
  • молекуляр дизайндың теоретик һәм практик аспекттары;
  • биомолекулалар һәм уларҙың синтетик аналогтары;
  • химияның бөгөнгө проблемалары;
  • органик реакциялар теорияһы һәм механизмдары.
Шулай уҡ кафедра уҡытыусылары Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының “Сифат менән идара итеү”, "Стандартлаштырыу һәм сертификация” специальностары студенттарына дөйөм химия, аҙыҡ-түлек химияһы һәм анализдың физик-химик методтары буйынса дәрестәр уҡыта.
 
Биоорганик химия өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү өсөн кафедра Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Органик химия институты ғалимдарын да (РФА академигы М.С.Юнысов, БР ФА академигы И.Б.Абдрахманов, БР ФА ағза-корреспонденты М.С.Мифтахов) йәлеп итә, улар хәҙерге информацион технологиялар, биоорганик ҡушылмаларҙы тикшереүҙең физик һәм квант-химик методтары, дауалау сараларының һәм тәбиғи ҡушылмаларҙың молекуляр дизайны теоретик нигеҙҙәрен бик яҡшы белә һәм ҡуллана.