Биология факультеты тураһында

Декан:
Биология фәндәре докторы, профессор
Ибраһимов Ринат Исмәғил улы
 
Биология факультеты Башҡорт дәүләт университетында бик күптән эшләп килгән факультеттарҙан иҫәпләнә. Профессиональ рәүештә белгес-биологтар әҙерләү 1921 йылда, Халыҡ мәғарифы институтының тәбиғи фәндәр факультетына тәүге студенттар ҡабул иткәндән башлана. Әйтергә кәрәк, ул мәлдә Халыҡ мәғарифы институты беҙҙең республикала берҙән-бер юғары уҡыу йорто була. Һуңғараҡ, 1929 йылда, ул дәүләт педагогия институтына әйләндерелә. Үҙ аллы уҡытыу-ғилми подразделение булараҡ, биология факультеты 1957 йылда К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелгәс барлыҡҡа килә.
 
Хәҙерге ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының биология факультеты биология өлкәһендә Рәсәй Федерацияһының алдынғы уҡытыу-ғилми үҙәге иҫәпләнә. Уның профессорҙар-уҡытыусылар составы биологик, медицина һәм ауыл хужалығы профилле ғилми, ғилми-етештереү һәм етештереү предприятиелары өсөн юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү эшен алып бара. Бындай белгестәр идаралыҡ һәм контроль органдарында (Санитар-эпидемиология күҙәтеүе дәүләт хеҙмәте, Экология һәм тәбиғәтте рациональ файҙаланыу буйынса дәүләт комитеты, тәбиғәтте һаҡлау буйынса башҡа дәүләт һәм йәмәғәтселек ойошмалары), шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарының эксперт лабораторияларында ла талап ителә.
 
Уҡытыу һәм ғилми эшмәкәрлек эшен хәҙерге ваҡытта 7 кафедра алып бара.
 
Биология факультетында зоология музейы, фитодизайн лабораторияһы һәм теплица, виварий эшләй.
 
Хәҙерге ваҡытта биология факультетында биология фәненең төрлө тармаҡтарында киң билдәле булған белгестәр эшләй. Беҙҙең ғалимдарыбыҙҙың тикшеренеү һөҙөмтәләре Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә билдәле. Уларҙың етәкселегендә биологияның төрлө өлкәләре буйынса ғилми мәктәптәр формалашып, уңышлы эшләйҙәр. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, проф. Б.М.Миркин, мәҫәлән, геоботаника һәм экология буйынса киң билдәле ғилми мәктәпкә нигеҙ һалыусы. Хәҙерге ваҡытта Рәсәйҙең уҡыусылары менән студенттары экологияны Б.М.Миркин һәм уның коллегалары яҙған уҡыу әсбабынан өйрәнә. Р.Ғ.Миңлебаев беҙҙең республикала альгологик ғилми мәктәптең нигеҙ һалыусыһы. Зоология өлкәһендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, проф. М.Ғ.Баянов киң билдәле ғалим.
 
Факультетта 03.02.01 – “Ботаника”, 03.01.05 – “Үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы” специальностары буйынса Д 212.013.11 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлау советы эшләй.
 
Биология факультетын тамамлаусылар төрлө ғилми һәм етештереү учреждениелары менән предприятиеларына, дәүләт тәбиғәтте һаҡлау структураларына, Һаулыҡ һаҡлау, Эске эштәр, Ауыл хужалығы, Аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү промышленносы министрлыҡтарының махсуслашҡан лабораторияларына эшкә урынлашалар, уҡыу йорттарында уҡыталар. Биологтар менән экологтар шулай уҡ сәскә үҫтереү, балыҡсылыҡ һәм фитодизайн, ауыл хужалығы кәсебе менән шөғөлләнгән бәләкәй һәм урта кәсепселек предприятиеларында ла ҙур һорау менән файҙалана.
 
Уҡытыу эше
 
Биология факультетында дөйөм гуманитар һәм тәбиғәт фәндәре менән бергә дөйөм профессиональ һәм махсус дисциплиналар ҙа уҡытыла. Тәбиғәт фәндәре циклына биологияның төп бүлектәре (иң түбән һәм юғары типтағы үҫемлектәр ботаникаһы, умыртҡаһыҙ һәм умыртҡалы хайуандар зоологияһы, биохимия, биотехнология, кешенең һәм хайуандарҙың анатомияһы һәм физиологияһы, үҫемлектәрҙең физиологияһы, биофизика, иммунология, экология һ.б.), химияның бүлектәре (дөйөм химия, органик булмаған химия, органик химия, физколлоид химия һ.б.), математика, физика ҡарай.
 
Бынан тыш, студенттарҙың уҡыу программаһына философия, тарих, политология, этика, культурология, хоҡуҡ нигеҙҙәре, психология кеүек гуманитар фәндәр циклы дисциплиналары ла инә. Өсөнсө курстан башлап, һәр студент биологияның бер йүнәлешен һайлай һәм тейешле кафедрала специализация үтә. Бында ул айырым проблематиканы ентекле өйрәнә, һайлап алған өлкә буйынса өҫтәлмә теоретик һәм практик курстар үтә. Мәҫәлән, ҙур махсус практикум дәрестәрендә студенттар төп методиканы үҙләштерә, артабанғы эшендә кәрәк булған практик күнекмәләр ала. Биология өлкәһендә белгестәр әҙерләүҙә уҡыу-производство практикалары ҙур әһәмиәткә эйә. Практика барышында студенттар ғилми эш методтарын ҡулланырға өйрәнә, ялан шарттарында эксперименттар һәм лабораторияларҙа тикшеренеүҙәр үткәрә. Был тикшеренеү эштәре Өфөнөң һәм республика ҡалаларының ғилми үҙәктәрендә үткәрелә. Кәрәк булғанда студенттар практика үтеү өсөн Рәсәйҙең башҡа уҡыу йорттарына һәм ғилми-тикшеренеү институттарына ебәрелә. Үҙ аллы эксперименттарҙың һөҙөмтәләре буйынса биология факультетының һәр студенты диплом эше яҙа, уны бишенсе курсты (көндөҙгө бүлектә) йәки алтынсы курсты (көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлегендә) тамамлағанда Дәүләт аттестация комиссияһы ултырышында яҡлай. Ғилми эште тәшкил иткән диплом эшен яҡлау һөҙөмтәләре буйынса студентҡа тейешле квалификация бирелә. Диплом эшен яҙмайынса һәм уны яҡламайынса был квалификация һәм юғары белем тураһында диплом бирелмәй. Биология факультетында аспирантура бик уңышлы эшләп килә, йәғни алты кафедраның һәр береһе аспиранттар ҡабул итә ала.
 
Факультетта Үҫемлектәрҙең ботаникаһы, физиологияһы һәм биохимияһы буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау советы эшләй. Бынан тыш, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтында “Молекуляр биология”, “Биохимия” һәм “Генетика”, РФА Өфө ғилми үҙәгенең Биология институтында “Экология”, “Биотехнология” специальностары буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау советы эшләй. Статистика буйынса, йыл һайын аспирантураға факультетты тамамлаған 10-15 кеше уҡырға инә. Факультетты тамамлаусыларҙың күбеһе уҡытыу эшен һайлай. Улар Өфөнөң һәм Башҡортостан Республикаһының мәктәптәрендә һәм колледждарында, шулай уҡ педагогия, аграр һәм медицина университеттарында биология дисциплиналарын уҡыта.
 
Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре:
  • Үҫемлектәрҙә мөхиттең насар факторҙарына сыҙамлылыҡ формалашыу механизмдарын тикшереү;
  • Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм рациональ файҙаланыуҙың экологик нигеҙҙәре;
  • Тәбиғәт һәм ауыл хужалығы экосистемаларының биологик төрлөлөгө;
  • Көньяҡ Урал территорияһында фаунаның структураһы һәм динамикаһы;
  • Башҡортостан Республикаһы территорияһының һыу экосистемаһының зоопланктоны;
  • Көньяҡ Урал алды бәләкәй һыу ағымдарының ихтиофаунаһы;
  • Тирә-яҡ мөхит торошоноң биоиндикацияһы;
  • Көньяҡ Урал күлдәренең гидробиоценоздарын өйрәнеү;
  • Кеше тарафынан боҙолған тупраҡ ылымыҡтары;
  • Башҡортостандың төрлө типтағы күлдәренә биоиндикация һәм мониторинг;
  • Көньяҡ Уралдың дарыу үҫемлектәре ресурстары торошо;
  • Экосистемаларҙағы үҫемлек компоненттарының антропоген үҙгәрештәре һәм уларҙың төрлөлөгө буйынса мониторингыһы;
  • Ҡан клеткаларының нормала, патология хәлендә һәм стресс хәлендә эшләүенең морфологик һәм физиологик аспекттары;
  • Нормала һәм патология хәлендә мейенең структур-функциональ үҙенсәлектәре;
  • Тупраҡтың татырланыуының үҫемлектәрҙең үҫешенә һәм һыу алмашыныуына йоғонтоһон өйрәнеү;
  • Кеше организмының нормала һәм патология хәлендә эшләүенең молекуляр-генетик механизмдары.
Биология факультетында түбәндәге дисциплиналар уҡытыла:
  • 020201 – “Биология” специальносы буйынса түбәндәге специализациялар:
                  - Ботаника;
                  - Зоология;
                  - Кеше менән хайуандарҙың физиологияһы;
                  - Үҫемлектәр физиологияһы;
                  - Биохимия;
                  - Молекуляр биология;
                  - Экология.
 
Көндөҙгө бүлектә уҡыу – 5 йыл; көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлегендә – 6 йыл.
  • 020801 – “Экология” специальносы буйынса:
                  - Дөйөм экология специализацияһы.
 
Көндөҙгө бүлектә уҡыу – 5 йыл; ситтән тороп уҡыу бүлегендә – 6 йыл.
 
Факультетта шулай уҡ көндөҙгө бүлектә 020200 – “Биология” йүнәлеше буйынса бакалаврҙар (4 йыл уҡыу) һәм магистрҙар (6 йыл) әҙерләнә.
        
Телефон: (347) 2-299-671

E-mail: biodekanat@yandex.ru