БДУ-ны тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырырға ярҙам итеү үҙәге

21 каб (төп корпус)
тел.: (347) 273-67-08
 
Мөдире – Хөсәйенов Айбулат Спартак улы.
 
Университетты тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыуға ярҙам итеүҙең төбәктәге үҙәге 2006 йылда Мәғарифтың Федераль агенство коллегияһы, шулай уҡ БДУ-ның Ғилми Советы ҡарары менән студенттарҙы һәм университетты тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу, хеҙмәт баҙарында дөрөҫ ориентир алыуға ярҙам итеү өсөн ойошторола.
 
Үҙәк университет факультеттары деканаты һәм кафедралары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Йәштәрҙе һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса республика һәм ҡала үҙәктәре Өфө ҡала администрацияһының Йәштәр сәйәсәте комитеты, БДУ студенттарының профсоюз комитеты менән хеҙмәттәшлек итә.
 
Үҙәк Башҡарма власть органдары, халыҡты эш менән тәьмин итеү органдары, эш биреүселәрҙең берләшмәһе һәм йәмәғәт ойошмалары менән эш алып бара.
Халыҡты эш менән тәьмин итеү органдары менән вакансиялар һәм резюме буйынса мәғлүмәттәр алышыу һәр аҙна ғәмәлгә ашырыла.
 
Үҙәк вакансия йәрминкәләре, компаниялар һәм эш биреүселәр ойошмаларының презентациялары, түңәрәк өҫтәлдәр, осрашыуҙар, студенттарҙы һәм университетты тамамлаусыларҙы эшкә урынлаштырыу проблемалары буйынса конференциялар үткәреп тора.
 
Студенттарға һәм университетты тамамлаусыларға ҡаланың алдынғы кадрҙар агенстволары сайттарында урынлаштырыу өсөн конкурент булырлыҡ резюме төҙөгәндә консультациялар бирелә, ярҙам күрһәтелә. Тулы һәм ҡыҫҡа эш көнөнә эш табыу буйынса төрлө варианттар тәҡдим ителә. Студенттарҙы ҡыҫҡа ваҡытлы эшкә урынлаштырыу, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү уңышлы башҡарыла.
 
Үҙәк эсендә Студенттар Советы эшләп килә. Уның маҡсаты – студенттарҙы һәм университетты тамамлаусыларҙы төрлө саралар үткәреүгә ылыҡтырыу, студенттарҙы хеҙмәт баҙарына әҙерләү һ.б.
 
М.В.Ломоносов ис. МДУ-ның “Гуманитар технологиялар” тест үткәреү һәм үҫеш үҙәге менән берлектә абитуренттар, студенттар, университетты тамамлаусылар араһында “БДИ”, “Профориентатор” һәм “Профкарьера” программалары буйынса он-лайн тест үткәрелеп тора. Маҡсаты – тест эшләүселәрҙең профессиональ йәһәттән ҡыҙыҡһыныуҙарын, шәхес булараҡ үҫеш кимәлен, һәләттәрен диагностикалау, теге йәки был хеҙмәт төрөнә һәләттәр асыҡлана, һөнәр һайлау буйынса кәңәштәр бирелә. БДУ-ның был үҙәге Н.И.Лобачевский ис.ННДУ, В.И.Ульянов-Ленин ис. КФУ һәм МарДТУ менән бер рәттән БР юғары уҡыу йорттарының ТЭУЯИ үҙәктәре үткәрелгән сараларҙың координаторы булып тора.