Башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы

Кафедра мөдире: 
М.В.Зәйнуллин
филология фәндәре докторы, профессор, БР ФА академигы
 
450074 Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 426 к.
Телефон: 8 (347) 272-33-82
 
Башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы тарихы 1930 йылдан башлана. Башҡорт дәүләт педагогия институтында 1930 йылдың 20 октябрендә асылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһының тәүге мөдире итеп Лазарев исемендәге Көнсығыш телдәре институтын тамамлаған профессор Л.Н.Воробьев тәғәйенләнә.
 
Башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы үҙ аллы ғилми-уҡытыу берәмеге булараҡ 1960 йылдан эшләй башлай. Ул Башҡорт дәүләт университетының Ғилми Советы ҡарары менән башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы нигеҙендә ойошторола. Уның мөдире итеп күренекле ғалим-тюрколог, хәҙерге башҡорт тел ғилеменә нигеҙ һалыусы, филология фәндәре докторы, профессор Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев (1911-1968) тәғәйенләнә.
 
Университетта эшләгән йылдарҙа проф. Ж.Ғ.Кейекбаев «Башҡорт теленең фонетикаһы», «Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы», «Урал-Алтай тел ғилеменә инеш», «Урал-Алтай телдәренең тарихи грамматикаһы нигеҙҙәре» кеүек фундаменталь хеҙмәттәрен яҙа. Был ғилми тикшеренеүҙәр унивесритетта филология буйынса белем биреүҙең барлыҡҡа килеүенә һәм үҫешенә нигеҙ һалды.
 
1968 йылда проф. Ж.Ғ.Кейекбаев вафат булғандан һуң, кафедра мөдире итеп филология фәндәре кандидаты, доцент Н.Х.Ишбулатов һайлана. 1974-1977 йылдарҙа кафедра мөдире булып проф. Ғ.Ғ.Сәйетбатталов эшләй. 1978-1989 йылдарҙа кафедраны яңынан проф. Н.Х.Ишбулатов етәкләй. 1989 йылдан башлап хәҙерге көнгә тиклем кафедра мөдире булып филология фәндәре докторы, проф. М.В.Зәйнуллин эшләй.
 
Кафедра уҡытыусылары хәҙерге лингвистиканың актуаль мәсьәләләре буйынса актив ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара. Улар «Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы» (рус телендә, М., 1981) академик баҫмаһын яҙыу эшендә ҡатнаштылар. Кафедраның ғилми эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре фәнни йыйынтыҡтарҙа, ғилми конференциялар материалдарында ла баҫылып тора.
 
Кафедра асылғандан алып бында аспирантура эшләй, факультетты тамамлаусы күптәр проф. Ж.Ғ.Кейекбаев етәкселегендә был аспирантурала уҡығандар: М.В. Зәйнуллин (1963 йылда «Категория времени глагола изъявительного наклонения в современном башкирском языке» тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай), В.Ш.Псәнчин (1965, «История формирования башкирского литературного языка»), А.М.Аҙнабаев (1966, «Обстоятельственные обороты в башкирском языке»), А.Ә.Ғәлләмов (1967, «Обучение башкирской грамоте»), Р.Ф.Зарипов (1971, «Категория падежа в башкирском языке»), М.Ә.Әхмәтов (1970, «Глагол в языке орхоно-енисейских памятников») һ.б. Уларҙың күптәре оҙаҡ йылдар кафедрала эшләгән һәм эшләй.
 
Кафедра хәҙерге башҡорт һәм төрки телдәре ғилеменең актуаль мәсьәләләренә арналған фәнни-практик конференциялар, симпозиумдар үткәреү буйынса ҙур эш алып бара. Мәҫәлән, күренекле тюркологтар Н.К.Дмитриев, Ж.Ғ. Кейекбаев, А.А. Юлдашев һәм башҡаларҙың ғилми мираҫына, вуздарҙа һәм мәктәптәрҙә туған телде һәм әҙәбиәтте уҡытыуға, туған тел һәм милли культура мәсьәләләренә арналған фәнни конференциялар даими үткәрелеп тора.
 
Башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы һуңғы 10 йыл эсендә ғилми-тикшеренеү һәм уҡытыу-тәрбиә өлкәһендә һиҙелерлек уңыштарға өлгәште. Быға тәү сиратта кафедра уҡытыусыларының ғилми-методик кимәлен күтәреү ярҙам итә. Кафедра алдында яҡын арала тормошҡа ашырылырға тейешле мөһим бурыстар тора: Көнсығыш телдәре өлкәһендә эшмәкәрлекте нығытыу, хәҙерге тел ғилеменең өр-яңы йүнәлештәрендә тикшеренеүҙәрҙе киңәйтеү, төп һәм махсус курстар буйынса фәндең бөгөнгө ҡаҙаныштарына нигеҙләнгән уҡыу әсбаптары менән дәреслектәр төҙөү, башҡа вуздарҙың филология факультеттары менән ғилми бәйләнештәрҙе нығытыу, докторантурала юғары квалификациялы фән белгестәре әҙерләү.