Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты тураһында

 
Әхмәҙиев Риф Барый улы,
филология фәндәре докторы, профессор, факультет деканы 

 
Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты «Филология» һәм «Журналистика» специальносы сиктәрендә бер-нисә йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй.
 
Факультеттың 6 кафедраһында 13 фән докторы, профессор, 27 фән кандидаты эшләй. Күп уҡытыусылар «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булды. Профессор М.В.Зәйнуллин БР-ның Фәндәр академияһы академигы. Һигеҙ уҡытыусы Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзалары (Р.Б.Әхмәҙиев, М.Х. Иҙелбаев, Т.А.Килмөхәмәтов, Ф.Т.Күзбәков, Ғ.С.Ҡунафин, З.Я.Шәрипова, Ф.Б.Саньяров, А.Р.Шаммасов).
 
 Факультетта кадрҙар әҙерләү түбәндәге специальностар буйынса алып барыла: 
  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте»,
  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте»,
  • «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте һәм сит (инглиз, немец, ғәрәп, фарсы, төрөк) телдәр», 
  • «Журналистика». 
Факультетта хәҙерге ваҡытта 812 студент уҡый, шуларҙың 523 – көндөҙгө бүлектә, 289 – ситтән тороп уҡыу бүлегендә.
 
Факультет алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән дә тығыҙ бәйләнеш тота. Беҙҙең уҡытыусылар һәм тик яҡшы билдәләргә генә уҡыған студенттар Үзбәкстан, Төркиә, Египет, Германия һәм башҡа илдәрҙең юғары уҡыу йорттарында стажировка үтә, шулай уҡ факультеттың төрлө курстарында сит илдән саҡырылған белгестәр дәрестәр үткәрә.
 
Факультет коллективының ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: 
  • Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең үҫеш законлыҡтарын өйрәнеү (башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы);
  • Башҡорт һәм рус телдәрен функциональ-когнитив сағыштырыу һәм тикшереү (башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһы, рус филологияһы кафедраһы);
  • Башҡорт әҙәбиәтенең боронғо дәүерҙәрҙән алып бөгөнгө көнгә тиклемге үҫеш тарихы һәм теорияһы, шәреҡ халыҡтары әҙәбиәттәренең үҙ-ара бәйләнеше һәм йоғонтоһо, көнсығыш-башҡорт һәм көнбайыш-башҡорт әҙәби-башҡорт бәйләнештәре (башҡорт әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы, ХХ быуатҡа тиклем башҡорт әҙәбиәте кафедраһы); 
  • Башҡорт мәктәптәрендә рус телен һәм әҙәбиәтен культурология нигеҙендә уҡытыу, фольклор-әҙәби этник-ара бәйләнештәрҙе өйрәнеү, классик рус әҙәбиәте традициялары һәм ХХ быуат рус әҙәбиәте (рус филологияһы кафедраһы); 
  • Башҡортостан журналистикаһы тарихы һәм теорияһы (журналистика кафедраһы); 
  • Көнсығыш телдәрен тәрәнәйтеп өйрәнеү, көнсығыш һәм башҡорт телдәренең сағыштырма-функциональ гармматикаһы (көнсығыш телдәре кафедраһы).
Һуңғы өс йылда факультет базаһында 12-нән ашыу ғилми-ғәмәли конференция һәм симпозиум ойошторолдо. Был фәнни сараларҙа төбәк фольклористикаһының, әҙәбиәт ғилеменең һәм лингвистиканың мөһим проблемалары, Башҡортостан Республикаһының мәғариф учреждениеларында филология йүнәлеше фәндәрен өйрәнеү һәм уҡытыу, төркиәттең актуаль мәсьәләләре, боронғо һәм урта быуат башҡорттарының художество фекер эволюцияһы кеүек мәсьәләләр ҡаралды. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конференцияларҙа Мәскәү, Ижевск, Нальчик, Махачкала, Ҡазан, Самарканд, шулай уҡ Ҡаҙаҡстан, Төркиә кеүек Рәсәйҙең төрлө региондарынан һәм ҡалаларынан, сит илдәрҙән ғалимдар ҡатнашты.
 
Факультет кафедралары аспирантураһында һәм докторантураһында 30-ға яҡын аспирант һәм соискатель көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә белем ала. Факультетта 10.01.02. – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының әҙәбиәте (башҡорт әҙәбиәте), 10.02.02. – Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының теле (башҡорт теле) специальностары буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ   диссертациялары яҡлау буйынса совет эшләп килә. Совет рәйесе – филология фәндәре докторы, профессор Марат Вәли улы Зәйнуллин, ғилми секретары – филология фәндәре докторы, профессор Александр Александрович Федоров.
 
Факультетта «Лексикограф», «Шоңҡар» әҙәби-ижади берекмәһе кеүек ғилми түңәрәктәр, студенттар өсөн ижади лабораториялар ойошторолған. Йыл да Студент фәне көндәре, викториналар, КВНдар, республикабыҙҙың күренекле фән һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре менән осрашыуҙар үткәрелә. Студенттар филология һәм журналистика буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаларында һәм конкурстарында актив ҡатнаша. 
 
2. Факультет деканы: Әхмәҙиев Риф Барый улы, филология фәндәре докторы, профессор. 
 
А.Р.Мөхтәруллинаның төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары текст теорияһы/дискурс, модаллек теорияһы, когнитив һәм коммуникатив лингвистика, инглиз, башҡорт һәм рус телдәрен сағыштырма өйрәнеү менән бәйле. Шулай уҡ ул тәржемә эше, лингвокультурология һәм әҙәбиәт ғилеме менән дә актив шөғөлләнә. Уның тарафынан 2 монография, 48 ғилми мәҡәлә һәм тезис баҫтырылған. Уның ҡатнашлығында 1997, 2001, 2005 йылдарҙа башҡорт, инглиз, рус телдәрендә башҡорт халыҡ риүәйәттәренең, легендаларының һәм ҡобайырҙарының өс йыйынтығы донъя күрҙе (төҙөүсеһе: ф.ф.д.., проф. Нәҙершина Ф.А.), 2007 йылда «Юлай һәм Салауат» эпосы башҡорт теленән инглиз теленә тәржемәләнде, инглиз, рус һәм башҡорт телдәренең уҡыу һүҙлеге, башҡорт мәктәптәренең 5 синыфтары өсөн инглиз теле дәреслеге  (төҙөүсеһе: М.А.Хәсәнов) төҙөлдө, 2009 йылда Р. Назаровтың «Йондоҙҙар туйы» шиғырҙар йыйынтығы башҡорт теленән инглиз теленә тәржемәләнеп баҫтырылды.
 
Роман-герман филология факультетының инглиз бүлеген тамамлағандан һуң БДУ-ның инглиз филологияһы кафедраһында эшләй, 2000 йылдан алып 2007 йылға тиклем БДУ-ның Сибай филиалында инглиз филологияһы кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара. 2007 йылдан алып 2010 йылға тиклем З.Исмәғилов исемендәге ӨДСА-да рус һәм сит телдәр кафедраһының мөдире була. А.Р.Мөхтәруллина етәкселегендә 3 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
 
«Башҡорт һәм инглиз текстарында модаллек категорияһын когнитив-сағыштырма өйрәнеү» ғилми монографияһында (Өфө: БДУ-ның РНҮ , 2004. -276 б.) ике төрлө системаға ҡараған инглиз һәм башҡорт телдәре материалында модаллектең когнитив моделен төҙөүҙең комплекслы, күп баҫҡыслы методикаһы тәҡдим ителә. 
 
А.Р.Мөхтәруллинаның ғилми мәҡәләләрендә түбәндәге ғилми мәсьәләләрҙе комплекслы һәм этаплы ҡарау сағылыш алған:
  • Төрлө текст типтарында модаллекте антропоцентрик йүнәлеш сиктәрендә категориаль күрһәтеү һәм когнитив моделләштереү проблемаһы.
  • Төрлө типтағы модаллектең текстарын анализлау алымдарын һәм процедураһын өйрәнеү. 
  • Төрлө системаға ҡараған телдәр (инглиз, башҡорт, рус) материалында текст модаллеген сағыштырма тикшереү, концептуаль, тел, милләт донъя картинаһын өйрәнеү мәсьәләләре. 
  • Модаллек категорияһын өйрәнеүгә йүнәлтелгән фәнни методологияның комплекслы ҡарашы һәм комбинатор характеры (метафора теорияһы, мәғлүмәт теорияһы, асыҡ булмаған күплек теорияһы). 
Мөхтәруллина А.Р. бик күп халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй ғилми конференцияларында докладтар менән сығыш яһаны (Мәскәү, Киев, Минск, Одесса, Пенза).
 
3. Деканат
 
Адресы: 450074 Өфө ҡ., З.Вәлиди ур., 32, 420-се ауд.
Телефоны: (347) 2-73-82-72
Е-mail: dek63@yandex.ru
 
Уҡыу эштәре буйынса декан урынбаҫары: Ирена Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, филология фәндәре кандидаты, доцент
 
Фән эштәре буйынса декан урынбаҫары: Айнур Оскар улы Хужәхмәтов, филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы
 
Тәрбиә эштәре буйынса декан урынбаҫары: Рәмзиә Дәүләтҡол ҡыҙы Мостафина, филология фәндәре кандидаты, доцент
 
Ситтән тороп уҡыу буйынса декан урынбаҫары: Әлфирә Нурислам ҡыҙы Бәхтейәрова, филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы
 
 
Йүнәлештәр һәм специальностар
 
 

Йүнәлештәр  һәм  специальностар  атамаһы

Уҡыу формаһы

(көндөҙгө, ситтән тороп)

Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә

Ҡабул итеү имтихандары

Квалификация,

эшмәкәрлек йүнәлештәре

Филология  («Башҡорт теле һәм әҙәбиәте» специальносы)

 

Көндөҙгө уҡыу/ ситтән тороп уҡыу

Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә

1. Рус теле (БДИ)

2. Әҙәбиәт (БДИ)

3. Башҡорт теле (тест йәки БРИ) 

«Филолог. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы».

Филология («Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте» специальносы)

 

Көндөҙгө уҡыу

Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә

1. Рус теле (БДИ)

2. Әҙәбиәт (БДИ)

3. Башҡорт теле (тест йәки БРИ)

«Филолог. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусыһы».

Филология  («Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит (инглиз, немец, ғәрәп, төрөк, фарсы) телдәр» специальносы)

 

Көндөҙгө уҡыу

Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә

1. Рус теле (БДИ)

2. Әҙәбиәт (БДИ)

3. Сит телдәр (БДИ йәки тест)

4. Башҡорт теле (тест йәки БРИ)

 «Журналист»

 

Журналистика

(башҡорт бүлеге)

Көндөҙгө уҡыу

Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә

1. Рус теле (БДИ)

2. Әҙәбиәт (БДИ)

3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте  (ижади эш). 

 

 

Журналистика

(рус бүлеге)

Көндөҙгө уҡыу

Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә

1. Рус теле (БДИ)

2. Әҙәбиәт (БДИ)

3. Рус теле һәм әҙәбиәте  (ижади эш). 

 

Журналистика

(татар бүлеге)

Көндөҙгө уҡыу

Дәүләт иҫәбенә/килешеү нигеҙендә

1. Рус теле (БДИ)

2. Әҙәбиәт (БДИ)

3. Татар теле һәм әҙәбиәте  (ижади эш). 

 

Журналистика (башҡорт, татар, рус  бүлектәре)

Ситтән тороп уҡыу

Килешеү нигеҙендә

1. Рус теле (БДИ)

2. Әҙәбиәт (БДИ)

3. Башҡорт (рус, татар) теле һәм әҙәбиәте  (ижади эш).