Башҡорт Дәүләт Университетының Стәрлетамаҡ Филиалы

 453103  Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин урамы, 47а
Тел. 43-22-50 (ҡабул итеү бүлмәһе)
Официаль сайт: www.strbsu.ru
 
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы директоры – Ҡызырғолов Илгиз Раян улы, физика-математика фәндәре кандидаты, доцент.
 
15 йыл һуҙымында БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы ҙурлығы буйынса Башҡортостандың икенсеһе ҡалаһы – Стәрлетамаҡтың, шулай уҡ яҡын-тирәлә урынлашҡан ҡала-райондарҙың мәғариф, фән һәм мәҙәниәт үҙәге булып тора.
 
Хәҙерге ваҡытта филиалда 4000-гә яҡын студент белем ала, 8 кафедра эшләй. Филиалда уҡытыу 3 формала алып барыла: урта, махсус урта һәм юғары белем нигеҙендә көндөҙгө, ситтән тороп һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу.
 
Һуңғы йылдарҙа БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында баҙар иҡтисады ихтияждарын ҡәнәғәтләндереүсе яңы йүнәлештәр үҫеш алды. Улар араһында дәүләт һәм муниципаль идара итеү, кризисҡа ҡаршы идара итеү, иҡтисадта математика методтары, ғәмәли математика һәм информатика, һалым һәм һалым һалыу, химия йүнәлештәре бар.
 
Юғары уҡыу йортоноң 6 уҡыу корпусы, криминалистика лабораторияһы, 8 информатика кабинеты, мультимедия аудиторияһы бар. Студенттар Интернет ресурстары, “Гарант”, “Кодекс”, “Консультант-Плюс” информацион-хоҡуҡи системалар менән ҡуллана ала.
 
Филиалда 110 уҡытыусы эшләй, уларҙың 16 – фән докторы, 49 – фән кандидаты. Һуңғы 5 йылда филиал уҡытыусылары тарафынан төрлө йүнәлештә 25 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған. Филиал уҡытыусылары төрлө кимәлдәге 728 ғилми конференцияла ҡатнашты, фәнни форумдарҙың йыйынтыҡтарында мәҡәләләр һәм тезистар баҫтырҙы. Ошо йылда 27 монография, 140 уҡыу әсбабы, 8 уҡыу әсбабы Рәсәй мәғариф министрлығының грифын алды. Хәҙерге ваҡытта Үҙәктә 39 тема буйынса фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла.
 
Сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары менән бәйләнештәр нығый. 2005 йылдан 2009 йылға тиклем Болгария һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһына даими эш сәфәрҙәре ойошторолдо.
 
Хәҙерге ваҡытта филиалдың фәнни-етештереү эшмәкәрлеген үҫтереүгә төп иғтибар бүленә, Стәрлетамаҡ ҡалаһының төп предприятиелары менән фәнни-ғәмәли эш алып барыла.
 
Студенттарҙың фәнни эшен ойоштороу планға ярашлы алып барыла. Филиалда студенттарҙың 10 фәнни түңәрәге эшләй. 
Филиалда 2007 йылдың ғинуарынан “БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы хәбәрҙәре” газетаһы нәшер ителә.
 
Филиалдың студенттары уңайлы шарттары булған дөйөм ятаҡтан урындар менән тәьмин ителә, 4 буфетта һәм ашханала эҫе аш ойошторолған.
 
Студенттарҙың ижади ялын ойоштороу менән ике ВИА (“Санскрит” автор йырҙарын ғына башҡара, ә “Дарт” – рок-коллектив), вокал түңәрәктән, “Урам тормошо” – брейк-дэнстан, халыҡ һәм көнсығыш бейеүҙәре төркөмдәренән, “3КО” КВН төркөмөнән, тынлы оркестрҙан торған 8 ижади коллектив туплаған Студентттарҙың клубы шөғөлләнә.
 
Сәләмәт тормошто пропагандалау менән БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалының Спорт клубы шөғөлләнә. Филиалда 6 секция һәм 2 сәләмәтлек төркөмө (еңел атлетика, волейбол, бокс, аэробика һ.б.) бар. Филиалдың йыйылма командалары ҡала ярыштарында, ҡала чемпионатында, республика, Бөтә Рәсәй турнирҙарында, шулай уҡ еңел атлетика, бокс, саңғы ярышы, йөҙөү буйынса БДУ-ның йыйылма командаһы составында БР Универсиадаһында ҡатнаша.
 
Студенттарҙың йәйге ялы Нөгөш һыуһаҡлағысында урынлашҡан “Сапсан” туристик базаһында һәм Өфө районы Нагаево ҡасабаһындағы БДУ-ның спорт лагерында ойошторола.