Аспирантура һәм докторантура бүлеге

Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы, 450074, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, 203а бүлмә.
Тел./факс: (347) 229-96-23
 
Фән эштәре буйынса проректор – х.ф.д., проф. Талипов Рифҡәт Фаат улы
Тел. (347) 272-61-05
 
Аспирантура бүлеге мөдире – филос. фәнд.канд., доц. Сөләймәнова Римма Рифхәт ҡыҙы
Аспирантура бүлеге инженеры – Тарасова Ольга Александр ҡыҙы
Аспирантура бүлеге технигы – Максимова Александра Александр ҡыҙы
 
Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе,  шишәмбе, кесаҙна –  9.00 -  18.00.
Шаршамбы, йома –  документтар менән эшләү көндәре.

Аспирантура һәм докторантура бүлеге юғары уҡыу йортон тамамланғандан һуң профессиональ белем биреү системаһында ғилми-педагогик һәм фәнни кадрҙарҙы әҙерләүҙе ойоштороу һәм контролдә тотоуҙы тормошҡа ашыра.
 
Аспирантура бүлеге уҡырға ҡабул итеү һәм кандидатлыҡ имтихандарын ойоштороуҙың ваҡытын билдәләй, имтихан протоколдарын рәсмиләштерә һәм кандидатлыҡ минимум имтихандарын биреү тураһындағы таныҡлыҡтарҙы тултыра. Бүлек аспиранттарҙың, фән кандидаты һәм фән докторы ғилми дәрәжәләренә дәғүәселәрҙең эшен уларҙың шәхси пландарына ярашлы алып барылыуын контролдә тота.
 
Аспирантура бүлеге тәғәйенләнгән ваҡытҡа
  • аспирантураға ҡабул итеү буйынса заявкалар;
  • аспирантураға ҡабул итеү имтиханының комиссия составы;
  • ҡабул итеү имтихандарын тапшырыуҙы ойоштороу;
  • аспирантураға һәм докторантураға уҡырға ҡабул итеү;
  • кандидатлыҡ минимумы тапшырыла торған фәндәрҙән дәрестәрҙе ойоштороу;
  • кандидатлыҡ имтиханын ҡабул итеү буйынса комиссия составын билдәләү;
  • имтихан тапшырырға рөхсәт итеү;
  • уҡыуҙы тамамлау;
  • аттестация һәм стипендия алыу ваҡытын оҙайтыу тураһында приказ һәм рәсми күрһәтмәләрҙе әҙерләй.
Аспирантура бүлеге билдәләнгән өлгөгә ярашлы (имтихандар тапшырылыу тураһындағы протоколдарға нигеҙләнеп) кандидатлыҡ имтиханын тапшырыу тураһындағы таныҡлыҡтар бирә.
 
Аспирантура бүлеге университеттың барлыҡ кафедралары һәм бигерәк тә специальностәре буйынса аспирантураһы булған кафедралар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Өс ай ваҡыт эсендә кафедра ултырышында аспиранттарҙың шәхси эш планы раҫлана һәм артабан университеттың ғилми советында раҫлау өсөн аспирантура бүлегенә тапшырыла. Кафедралар йыл да аспиранттарҙы алдағы уҡыу йылына аттестация үткәрә (аспирантты аттестациялау тураһындағы кафедра ултырышы протоколының өҙөмтәһе аспирантура бүлегенә 1 ноябргә тиклем тапшырыла), кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары өҫтөндә эшләү өсөн ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәрҙе тәғәйенләнгән кафедраға беркетеү тураһындағы һығымта әҙерләй.
 
Яңы уҡыу йылы башланыу менән кафедралар сит телдәр, фән тарихы һәм философияһы, юғары мәктәп психологияһы һәм педагогикаһы, фәндә һәм белем биреүҙә мәғлүмәти технологиялар, аспиранттар һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр өсөн махсус курстарҙы уҡытыу өсөн квалификациялы белгестәрҙе билдәләй. Аспирантураға конкурс нигеҙендә юғары профессиональ белеме булған кешеләр ҡабул ителә. Аспирантурала уҡыу көндөҙгө (3 йыл) һәм ситтән тороп уҡыу (4 йыл) формаларында тормошҡа ашырыла. Башҡорт дәүләт университетында аспиранттарҙы әҙерләү 167 ғилми етәксе тарафынан алып барыла, шуларҙың 151 – фән докторы, 16 – фән кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә.