Аспирантура бүлеге

Адрес: 450074, Өфө ҡалаһы, Ә.-З.Вәлиди урамы, 32-се йорт, к. 203а
Тел./факс: (347) 229-96-23
 
Ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбе, шишәмбе, кесаҙна – 9.00 - 18.00.
Шаршамбы, йома документтар менән эшләү көндәре.
 
Фән эштәре буйынса проректор:
химия фәндәре докторы, профессор
Талипов Рифҡәт Фаат улы
Тел.: (347) 272-61-05
Аспирантура бүлеге мөдире:
философия фәндәре кандидаты, доцент
Сөләймәнова Римма Рифхәт ҡыҙы
Аспирантура бүлеге инженеры:
Тарасова Ольга Александровна
Аспирантура бүлеге технигы:
Максимова Александра Александровна
Аспирантура бүлеге инженеры:
Бәдретдинова Альбина Марат ҡыҙы
 
Аспирантура һәм докторантура бүлеге вуздан һуң профессиональ белем биреү системаһында ғилми-педагогик һәм фәнни кадрҙарҙы әҙерләүҙе ойоштороу һәм контролдә тотоуҙы тормошҡа ашыра:
Аспирантура бүлеге уҡырға ҡабул итеү һәм кандидатлыҡ имтихандарын ойоштороуҙың ваҡытын билдәләй, имтихан протоколдарын рәсмиләштерә һәм кандидатлыҡ минимумы имтихандарын биреү тураһындағы таныҡлыҡтарҙы тултыра. Бүлек аспиранттарҙың, фән кандидаты һәм фән докторы ғилми дәрәжәләренә дәғүәселәрҙең эшен уларҙың шәхси пландарына ярашлы алып барылыуын контролдә тота.
 
Аспирантура бүлеге тәғәйенләнгән ваҡытҡа:
  • аспирантураға ҡабул итеү буйынса заявкалар; 
  • аспирантураға ҡабул итеү имтиханының комиссия составы;
  • ҡабул итеү имтихандарын тапшырыуҙы ойоштороу;
  • аспирантураға һәм докторантураға уҡырға ҡабул итеү;
  • кандидатлыҡ минимумы тапшырыла торған фәндәрҙән дәрестәрҙе ойоштороу;
  • кандидатлыҡ имтиханын ҡабул итеү буйынса комиссия составын билдәләү;
  • имтихан тапшырырға рөхсәт итеү;
  • уҡыуҙы тамамлау;
  • аттестация һәм стипендия алыу ваҡытын оҙайтыу тураһындағы приказдарҙы һәм рәсми күрһәтмәләрҙе әҙерләй.
Аспирантура бүлеге билдәләнгән өлгөгә ярашлы (имтихандар тапшырылыу тураһындағы протоколдарға нигеҙләнеп) кандидатлыҡ имтиханын тапшырыу тураһындағы таныҡлыҡтар бирә.
 
Аспирантура бүлеге университеттың барлыҡ кафедралары һәм бигерәк тә специальностары буйынса аспирантураһы булған кафедралар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй.