Ҡабул итеү ҡағиҙәләре

Аспирантураға ҡабул итеү ҡағиҙәләре

1. Аспирантураға документтар 1 августан 31 августҡа тиклем ҡабул ителә.
Тапшырыла торған документтар теҙмәһе:
  • кафедраның йәки факультеттың ғилми советы рекомендацияһы (барлыҡ уҡырға инергә теләүселәр өсөн дә мотлаҡ);
  • кадрҙарҙы иҫәптә тотоу буйынса шәхси ҡағыҙ (листок) йәки анкета;
  • шәхси ғариза (тултырыу өсөн бланк аспирантура бүлегендә бирелә);
  • ғилми етәксе менән әңгәмәләшеү һөҙөмтәһе (тултырыу өсөн бланкты аспирантура бүлегенән алырға);
  • рефератҡа  ғилми етәксенең визаһы ҡуйылған рецензия;
  • фәнни мәҡәләләр күсермәһе (әгәр булһа);
  • һаулыҡ торошо тураһында 086-У формаһындағы медсправка.
2. Ҡабул итеү имтихандары 1 сентябрҙән 1 октябргә тиклем үткәрелә. Аспирантураға уҡырға инеүселәр түбәндәге ҡабул итеү имтихандарын тапшыра:
  • юғары уҡыу йорто программаһы буйынса махсус дисциплина (имтиханға талаптарҙы кафедраларҙан алырға)
  • философия (имтиханға һорауҙарҙы гуманитар фәндәр кабинетынан (төп корпус 3-сө ҡат, 341-се бүлмә) алырға);
  • сит телдәр: инглиз, немец, француз (имтиханға талаптарҙы кафедраларҙан алырға).
Иҫкәрмәләр:
а) махсус дисциплинанан һәм сит телдән кандидатлыҡ имтиханын тапшырған кешеләр ҡабул итеү  имтихандарынан азат ителә;
б) сит телдән магистратураның сығарылыш имтиханы һөҙөмтәһе аспирантураға ҡабул итеү имтиханы булып иҫәпкә алына;
в) ҡабул итеү имтиханын ҡабаттан тапшырыу рөхсәт ителмәй;
г) ҡабул итеү имтихандарының һөҙөмтәһе  календарь йыл һуҙымында үҙ көсөндә ҡала.
 
3. Аспирантураға уҡырға алыу 5 октябрҙән 15 октябргә тиклем ойошторола.
Ҡабул итеү комиссияһы имтихандар һөҙөмтәһе һәм деканаттың тәҡдименә ярашлы һәр дәғүәсе буйынса ҡарар ҡабул итә.
Иҫкәрмә: стажер-тикшереүселәр конкурстан тыш ҡабул ителә.
 
4. Килешеү буйынса уҡыу формаһына аспиранттар ҡабул итеү кандидатлыҡ имтихандарын ыңғай баһаларға тапшырыу нигеҙендә һәм тейешле хаҡты түләү һөҙөмтәһендә ҡабул ителә.
Көндөҙгө бүлектә уҡыу хаҡы – йылына 24 мең һум.
Ситтән тороп уҡыу формаһында белем алыу хаҡы – йылына 14 мең һум.
Иҫкәрмә: а) түләүле хеҙмәттәрҙе күрһәтеү тураһындағы договорҙы физика-математика корпусының 209-сы бүлмәһенән алырға;
б) түләү тулыһынса башҡарыла.
 
Докторантураға  уҡырға ҡабул итеү тәртиптәре
 
 1. Докторантураға фән кандидаты ғилми дәрәжәһе булған кешеләр ҡабул ителә. Докторанттарҙы әҙерләү көндөҙгө уҡыу формаһында алып барыла. Докторанттарҙы әҙерләү ваҡыты өс йылдан артмаҫҡа тейеш.
 
 2. Докторантураға уҡырға инеү тураһындағы ғариза докторанттар әҙерләүсе юғары уҡыу йорто ректоры йәки ғилми ойошманың етәксеһе исеменә яҙыла. Ғаризаға түбәндәге документтар теркәлә:
 
  • факультеттың ғилми советы рекомендацияһы;
  • фән кандидаты ғилми дәрәжәһен раҫлаусы дипломдың күсермәһе (нотариустан раҫлатылған);
  • фотография йәбештерелгән кадрҙарҙы иҫәптә тотоу буйынса шәхси ҡағыҙ (листок);
  • докторлыҡ диссертацияһын әҙерләү буйынса ентекле план һәм ғилми консультанттың докторлыҡ диссертацияһы материалдарына баһаламаһы;
  • уйлап табылған фәнни яңылыҡтарҙың, донъя  күргән эштәрҙең  теҙмәһе.
Шәхесте таныҡлаусы документты һәм фән кандидаты дәрәжәһе тураһындағы дипломды  докторантураға уҡырға инеүселәр шәхсән тапшыра.
 
3. Документтарҙы ҡабул итеү ағымдағы йылдың 15 октябренә тиклем башҡарыла.